Балтас районы ла Рәсәй көнөн  һабантуй менән билдәләне 12.06.2015

Төбәк халҡын байрам менән Республика башлығы тәбрикләне. Быйыл  балтастар һабантуйҙы  яҡшы кәйеф менән ҡаршылай, берҙән сәсеү эштәре уңышлы тамамланған, икенсенән, район үҙенең 85 йыллыҡ оло юбилейын билдәләй.  Шулай уҡ  программаға Бөйөк Еңеүең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына арналған  сығыштар ҙа индерелгән.  

Ун ғүмерең миңә кәрәк түгел, бер яҙмышым шуға торорлоҡ. Рус һәм башҡорт классиктары бөгөн Балтас ерендә, һабантуй түрендә. Һәм был осраҡлы түгел. Данлыҡлы  Балтас ере  үҙе лә   борондан данлыҡлы сәсәндәре,  әҙиптәре менән дан тота. Уларҙың береһе - шағир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхнәф Мазһаров,  Әҙәбиәт йылына арналған  тамашаны уның да фотоһүрәте биҙәй.
Балтас еренең данлыҡлы   шәхестәргә бай булыуын Республика Башлығы ла билдәләп үтте.  Төбәктә әле лә  тырыш, эшһөйәр халыҡ йәшәй, шуға тормош кимәле лә яҡшыра, күрһәткестәр ҙә юғары, тине Рөстәм Хәмитов.
Данлы традицияларҙы дауам итеүсе хеҙмәт алдынғылары   һабантуйҙа юғары дәүләт наградалары менән билдәләнде.  Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, шулай ҙа бөгөн төп иғтибар  ялан батырҙарына.  Уларҙың береһе  Ғәзнәүи Мусин, дүрт тиҫтә йылдан ашыу  ғүмерен  ауыл хужалығына бағышлаған   ер хужаһы.  Һабантуй майҙанынан тура баҫыуға, ти Ғәзнәүи Ғәрәфи улы.
Рәсәй көнөндә Балтастың йәш граждандары иҫәбе лә артты. Ун малай һәм ҡыҙ Республика Башлығы ҡулынан паспорттар алды.  Был  беҙҙең өсөн ғүмергә онотолмаҫлыҡ ваҡиға, ти йәштәр.
Балтас һабантуйының тағы бер биҙәге тип Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тамашаны атарға мөмкин. Балтастар фронт һыҙығына  11 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙата. Уларҙың яртыһынан ашыуы һуғыш яланында ятып ҡала. Район халҡы яу ҡаһармандарының   иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай.
Тарихты хөрмәт иткәндәрҙең бөгөнгөһө лә, киләсәге лә ныҡлы, майҙандағы экспозицяларҙа район халҡының  бөгөнгө уңыштары, киләсәккә  эш йүнәлештәре сағылыш тапҡан.  Һәр бер хужалыҡ, ауыл хакимиәте үҙ тирмәһен дә ҡорған, бында төбәктә йәшәүсе милләт халыҡтарының милли-мәҙәни  йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышырға була.
Һабантуй программаһы йылдан-йыл яңы уйындар, спорт ярыштары менән байый, тулылана барған һымаҡ   майҙандың биҙәлеше лә  күркәмләнә, зауыҡлыраҡ була бара,   хәҙер тирмәләрҙә лә боронғо көнкүреш әйберҙәренән тыш, ҡыр өйрәктәре йөҙгән ошондай яһалма быуаларҙы  күрергә мөмкин.
Балтас һабантуйы  ат сабышы,  арҡан тартышыу, ҡолғаға үрмәләү кеүек   милли уйындарға, спорт ярыштарына ла бай.  Милли көрәш тә һабан байрамының айырылғыһыҙ өлөшө, майҙанда бил бирмәҫ батырҙар көс һынаша.
Балтас һабантуйы  халыҡҡа бер йылға етерлек көс-ҡеүәт биреп, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Германия  ҡунаҡтары әйтеүенсә,  халыҡтың тарихты хөрмәт итеүе, ҡунаҡсыллығы һоҡланыу уята. Сит ил режиссеры Дитер Циимерман республикаға  Башҡортостан юлдаш каналы менән берлектә «Ҡаршылыҡтарҙан-хеҙмәттәшлеккә» тип аталған фильм төшөрөү өсөн килгән.    
Һабантуй тамамланды, ә ялан батырҙарын баҫыуҙар көтә. Әле ер кешеһе өсөн көнө йылды туйҙырыр ҡыҙыу мәл, химик утау, мал аҙығы әҙерләү,   артабан инде ураҡ компанияһын хәстәрләр ваҡыт етә.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика