Балтас районы хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәренә 2-се майҙа тотонғандар

Балтас районы хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәренә 2-се майҙа тотонғандар 05.05.2015

Ерҙе һөрмәйенсә сәсеү яғыулыҡ-майлау материалдарын һаҡсыл тотоноуға һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күберәк майҙанда сәсеү эштәрен башҡарыуға булышлыҡ итә. «Россия» хужалығында көҙҙән 1400 гектар майҙанда сәселгән арыштың «Сулпан» сорты яҡшы сығым биргән.

Утыҙ йыллап ауыл хужалығында эшләүсе Фидарис Әғзәм улы Ғарипов баҫыу эштәрендә һәр ваҡыт  фәнни нигеҙгә таяна. Алдынғы хужалыҡ етәксеһе: «Һәр орлоҡ үҙ ваҡытында, һуңламай ергә тапшырылырға тейеш», тигән фекер яҡлы. Технологияны боҙмай эш иткәндә, көҙҙән сәселгән ужымдар ҙа яҡшы тамыр йәйә, мул уңыш бирә.  
«Россия» хужалығында «Агромасте» сәсеү ҡоролмаһы ҡулланыла. Был агрегат ышаныслы булыуы менән алдыра. Алдынғы ысыулдар ҡулланып, бойҙай культураһын  900 гектарҙа сәсәктәр. Ямғырһыҙ аяҙ көндәрҙә сәсеү барышында техниканың ватылмай туҡтауһыҙ эшләүе -төп шарт булып тора.
Яҙғы һабан эштәре барышында һәр техника иҫәптә. Алдан химик эшкәртеү үткән орлоҡтарҙы сәсеү  агрегатына ташыуҙа тотҡарлыҡтар юҡ. Бөгөнгә Балтас районы хужалыҡтарында 3500 гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән.  Хужалыҡтар күпйыллыҡ  үләндәрҙән  дә яҡшы мал  аҙығы  алырға ниәтләй.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку