Баллы Өфө

Баллы Өфө 09.09.2017

Бөгөн баш ҡала майҙандарында  бал йәрминкәләре  үтте.  Һатыусылар  республиканың 30-ҙан ашыу төбәгенән килгән. Якутов исемендәге паркта йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балын һәм балдан эшләнгән  продукцияларҙы алырға мөмкин. Ошонда уҡ лаборатория ла эшләй.  

30 йылдан ашыу умарта тотҡан  Дания Юлферова  балдың сифатын шунда уҡ билдәләй ала. Быйыл ғына һығылған бал  тигеҙ генә яғылып тора, ә  ағыҙған ваҡытта  ебәк таҫма һымаҡ һуҙылып төшә. Умартасы һөнәре белем генә түгел,  оҫталыҡ та, уңғанлыҡ та талап итә, ти Дания ханым. Сөнки ҡорттарҙың төрлө ауырыуҙарына ҡаршы көрәшергә лә, яңы эш ысулдарын үҙләштереп барырға ла кәрәк.
Һауа торошо ла ныҡ йоғонто яһай. Быйыл йәй туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар умартасылар алдында ҙур һынауҙар ҡуйған.  Ишембай районынан  Динисламовтар ғаиләһе хатта умарталарын тейәп  100 километр алыҫлыҡҡа,  Бөрйән районы сигенә китергә мәжбүр булған. Бөгөн улар Алатау түбәһендә  йыйған йүкә балын тәҡдим итә.
Бал тәмле генә түгел, шифалы ла,  был ризыҡты мең төрлө сирҙән дауа тип әйтергә лә мөмкин. Умартасылар әйтеүенсә, бал экологик яҡтан таҙа,  файҙалы продукт, уның һәр тамсыһы алтынға бәрәбәр.
Йәрминкәлә хаҡтар артыҡ тешләшмәй, бер кило балдың хаҡы  яҡынса 500-750 һум тирәһе. Солоҡ балы юҡ, әммә  уны һораусылар күп. Майҙанда лаборатория ла эшләй, ошонда уҡ һатып алған продукцияның сифатын тикшерергә мөмкин. Был  хеҙмәт менән ҡулланыусылар  ҙа,  артыҡ иғтибар итмәүселәр ҙә бар.
Бөгөн Өфө халҡына умартасылар 5 мең килограммдан ашыу бал тәҡдим итте.  Яңы уңыш йәрминкәләре Өфөлә киләһе ял көндәрендә лә дауам итә. Баш ҡала майҙандарында  ауыл хужалығы продукцияһы менән сауҙа итеү ойошторола.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку