Бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына талпан сәбәпсе булды

Бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына талпан сәбәпсе булды 22.04.2017

Был хаҡта беҙҙең телеканалға Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшереү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов хәбәр итте. "Яңылыҡтар"ҙың уҙған сығарылыштарында беҙ ҡайһы бер хужалыҡтарҙа нәҙекәйбилдәрҙең үлеме 90 процентҡа тиклем етеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Лаборатор тикшереүҙәрҙән һуң, быға вирус сәбәпсе булған тигән имеш-мимеш инҡар ителде.

Наил Нурғәлиев ҡортсолоҡ менән туҡһанынсы йылдарҙан шөғөлләнә. 15 баш күстән умарта һанын 450-гә еткергән. Әммә әлегә тиклем ул бал ҡорттарының был хәтле ҡырылыуын күргәне булмаған. Быйыл яҙ умарталарға ревизия үткәргәндән һуң тәүҙә 150 күстең, һуңғараҡ 285 ояның һәләк булыуын асыҡлаған. Юғалтыуҙар  өс миллион тирәһе, Наил Нурғәлиев кәсебенә зыян килеү сәбәптәрен бер нисек тә аңлата алмай.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы белгестәре нәҙекәйбилдәрҙең күпләп ҡырылыу сәбәптәре күп тип иҫәпләй. Һауа шарттары ла йоғонто яһамай ҡалмай. Былтыр августа көндәр эҫе тороп инә ҡорт бала һалманы. Йәғни, күс яңырманы. Йомортҡаны нәҙекәйбилдәр 25 градус йылылыҡҡа тиклем генә һала. Икенсенән, эҫелә бал ҡорттары япраҡ балы ғына йыйырға мәжбүр. Уның да саманан тыш күп булыуы күс өсөн үлемесле, ти белгестәр. Шулай ҙа ниндәй генә сәбәптәр булмаһын лаборатор тикшереүҙәр үткәрмәйенсә сара ҡалмай, ти умартасылар. Өфө районы Шмидтов ауылында ҡырылған бал ҡорттары өлгөләре Башҡортостандың фәнни-тикшеренеү лабораторияһына махсус анализға тапшырылған. Һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәгән.
Бар бәлә ҡорт ҡарау ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүҙән сыҡҡан да инде ти белгестәр. Был бер ниндәй вирус ауырыуы булыуы ла мөмкин түгел. Ғөмүмән, республика буйынса умартасылыҡ өлкәһенә хәүеф янамай.
Республикала 350 меңләп баш бал ҡорттары ғаиләһе иҫәпләнә. Уларҙың 86 проценты шәхси хужалыҡтарҙа, 10 проценты ауыл хужалығы предприятиеларында. Бал ҡорттарына янаған сиргә ҡаршы көрәште умартасылар үҙҙәре алып барырға бурыслы. Иң мөһиме лә инде улар урындағы - башҡорт бал ҡорттарына өҫтөнлөк бирһен ине тигән теләктә ҡала белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика