Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу эш мәле

Баҫыуҙарҙа ҡыҙыу эш мәле 07.06.2016

Нуриман районында тәүге уңыш йыйыла. 200 гектарға яҡын ташландыҡ баҫыу инвестор ярҙамында йыл һайын мул уңыш бирә. Бындай хужалыҡтар республикала бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла етештерелгән тауарға ла  ихтыяж ҙур.  

«Йәшел ожмах» агрофирмаһы  биш йыл элек ойошторола. Хужалыҡ 200 гектар майҙанда салат үләне, кәбеҫтә, кишер үҫтерә. Теплицала тамыр нығытҡан үҫентеләр  махсус техника ярҙамында апрелдә күсереп ултыртыла. Баҫыуҙан йылына ун биш тапҡыр уңыш йыйып алына.
Сергей Новиков, «Башҡортостандың йәшел ожмахы» агрофирмаһы директоры:
«Беҙҙең тауарға ихтыяж ҙур. Иртәле-кисле телефон шылтырай, яуап биреп кенә өлгөр. Беҙ хужалыҡта яңы технологиялар ҡулланыуҙы үҙләштерәбеҙ. Уңышты ваҡытында йыйып алабыҙ».
Хужалыҡта барлығы илле биш кеше эшләй. Регина иртәнге туғыҙҙан киске етегә тиклем түтәлдәге салат үҫентеләрен ҡарай. Улар бер аҙ ҡырыҫыраҡ, даими утап, һыу ҡойоп торорға кәрәк. Ваҡытында һалҡындан һаҡлау сараһын күрәбеҙ, ти ул.
Ә күрше «Иҙел» агрофирмаһында ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләнә. Ике меңгә яҡын һыйыр малы аҫралған һөтсөлөк фермаһы йәшел массанан бөйөк ҡурған өйә. Эшселәр кәзә үләнен йыйып алған, сиратта борсаҡ үҫемлеге... Мал аҙығын туплауға быйыл хужалыҡ ун көнгә иртәрәк төшкән, шуға ла пландың яртыһы үтәлгән дә инде
Районда традицион культуралар ҙа етештерелә. Хужалыҡтарҙа эш тәүлек әйләнәһенә ҡайнай. Баҫыуҙа техника тәүлек әйләнәһенә тынмай. Эшселәр йәйге һәр көндөң ҡәҙерен белеп, ҡышҡылыҡҡа ныҡлап әҙерләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку