Баҡалы районының «Нива» хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы сәсеүгә әҙерләнә башлаған

Баҡалы районының «Нива» хужалығы хеҙмәткәрҙәре яҙғы сәсеүгә  әҙерләнә башлаған 10.01.2017

Яңы ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған, булғандары ремонтлана. Сәсеү эштәре алдынан тракторҙар техник ҡарау ғына үтәсәк. Предприятие етәксеһе Виктор Мартынов әйтеүенсә, кадрҙар мәсьәләһендә лә ҡытлыҡ юҡ.

Механизаторҙар үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Былтыр бесән, һалам мул йыйыла, шуға ҡышлау осоронда мал аҙығы ла етерлек. 2015 йыл менән сағыштырғанда, сенаж өс тапҡырға күберәк һалына. Ҡураларҙа йылы, иркен, мал артынан тәжрибәле белгестәр ҡарай. Быҙауҙарҙың уртаса тәүлек артымы ла кәмемәй.  
Виктор Мартынов,  хужалыҡ етәксеһе: «Тотороҡһоҙ һауа шарттары булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең хужалыҡ өсөн былтырғы йыл уңышлы булды тип әйтә алам. 2015 йыл менән сағыштырғанда, иген культураларын  гектарынан биш центнерға күберәк алдыҡ. Мал һаны ла артты, ит етештереү яйға һалынды. Бөгөнгә хужалыҡта 22 миллион һумлыҡ продукция һатылды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку