Баҡалы районының Мәжит Хәсәнов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы яҙғы баҫыу эштәрен ҙур ойошҡанлыҡ менән башҡара 13.05.2016

Улар сәсеүҙе  яҡшы техник  әҙерлек менән башлаған, әлеге ваҡытта  кампания тамамланыу алдында.18  берәмек техникала эшләүселәр 100 гектар майҙанда Илештән ҡайтарылған элиталы бойҙай сәскән.

Иртә таңдан баҫыуҙа бураҙналар ярыусы механизаторҙарға йылы аш ойошторолған. Механизаторҙар йөҙ гектарҙа кукуруз сәсмәксе. Ужым культуралары һәйбәт шытым биргән. Иртә культураларҙан да мул уңыш алырға ниәт бар.
Көнбағыш баҫыуына ашлама индереүҙә лә механизаторҙар ҙур тырышлыҡ һалған. Радик Ғарифуллин, Павел Захаркиндар яҙғы аяҙ көндәрҙең һәр минутының ҡәҙерен белә. Хужалыҡтың ниндәй генә баҫыуҙарына күҙ һалма, һәр береһе  тәрбиәле һәм ҡаралған. Өҙлөкһөҙ эшләүсе төҙөк техника  механизаторҙарҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген дә арттыра. Швейцарияның Сингента компанияһы менән тығыҙ хеҙмттәшлек итеү сифатлы кукуруз һәм көнбағыш орлоҡтары һатып алырға ярҙам итә.
Фәйез Ғәзизов, Мәжит Хәсәнов исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе: «Йыл һайын сәсеү майҙандарын 50 гектарға арттырабыҙ. Киләһе йылға үҫемлек сорттарын яңыртасаҡбыҙ.Таҙа сорттар менән эш итеү уңышты 40 процентҡа арттырасаҡ. Судан үләнен 60 гектарҙа сәстек».
Хужалыҡтың сәсеү майҙаны 3 мең гектарҙан ашыу. Ужым баҫыуҙары йәнәшәһендә яңы һөрөлгән ерҙәр. Иртә культураларға тулайым күләмдә ашлама индерелгән. Ошо маҡсатта 50 тонна азот һәм ҡатмарлы ашламалар һатып алынған.1200 гектарҙа ужым культуралары ашланған. Сәсеүлектәрҙәге кеүек малсылыҡта ла эштәр йылдам бара. Һыйыр малдары һауым ваҡытынан  тыш, тәүлек әйләнәһенә тиерлек көтөүҙә йөрөтөлә. Малдарға һауым артһын өсөн минераль ашламаларға өҫтәп фураж һәм ҡаты аҙыҡ та таратыла. Хужалыҡта тәүлегенә 600 литрға тиклем һөт һауыла.  Тырыш, уңған, үҙ эшен белгән механизаторҙар иһә ямғырҙар башланғансы сәсеү эштәрен тамамларға ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика