Баҡалы районының «Үмәр» ауыл хужалығында ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләү дауам итә 24.06.2015

Дүрт көн эсендә мең тонна сенаж һалынған.  Алдағы көндәрҙә йәшел массаны тағы ла 1500 тонна туплау бурысы тора.  Аграрийҙар билдәләүенсә, быйыл  культуралар яҡшы үҫкән. Бер үк ваҡытта бесән дә әҙерләнә. Эште ауыл хужалығы эшсәндәре намыҫ менән башҡара. Иртә таңдан алып төнгәсә техника тауышы тынмай. «Үмәр» ауыл хужалығы етәкселеге,  ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы етерлек кимәлдә тупланыр тип ышана.

Мөнәүир Ғабдрафиҡов, хужалыҡтың баш агрономы:  «Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, быйыл мал аҙығы әҙерләү эштәре уңышлы башланды. Быға, тәү сиратта, һауа торошоноң ҡулай булыуы сәбәпсе. Шулай уҡ техника ла яҡшы хәлдә, механизаторҙар үҙ эшен яуаплы башҡарған. Сәсеүлек майҙандары ла ныҡлы ҡаралғайны».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика