Баҡалы районы сөгөлдөрсөләре өсөн йыл уңышлы килгән, әле төбәк хужалыҡтары гектарынан 400 центнер тирәһе татлы тамыр йыя

Баҡалы районы сөгөлдөрсөләре өсөн йыл уңышлы килгән, әле төбәк хужалыҡтары гектарынан 400 центнер тирәһе татлы тамыр йыя 08.10.2016

Баҡалының Чернов хужалығы  шәкәр сөгөлөдөрөн бер нисә йыл рәттән үҫтерә, әммә быйыл уңыш көтөлмәгәнсә юғары. Әле баҫыуҙарҙа 5  махсус техника эшләй. Бер комбайн көнөнә  генә 30 гектар тирәһе майҙанды эшкәртә. Тәүлегенә  шәкәр заводтарына 60 машина тирәһе уңыш оҙатыла. Хужалыҡ етәкселәре әйтеүенсә, урында ҡул көсө бик аҙ ҡулланыла. Заманса технологиялар индерелгән.

Иван Чернов, инженер-механик: «Беҙ 2 мең гектар тирәһе шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәбеҙ. Әле баҫыуҙарҙың яртыһын тиерлек йыйып алдыҡ. Көндәр  аяҙ торһа эште өс аҙна эсендә теүәлләргә йыйынабыҙ». Республика буйынса шәкәр сөгөлдөрө  31 мең гектарҙан йыйып алынған. Был яҡынса 61 процент. Гектар ҡеүәте уртаса 236 центнер тирәһе, барлығы 732 мең тонна татлы тамыр ҡаҙып алынған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку