Бүздәк районының Иҫке Ҡарбаш ауылында ҡыш миҙгеленең иң күркәм йолаларының береһе «Ҡаҙ өмәһе» байрамы ойошторолдо

Бүздәк районының Иҫке Ҡарбаш ауылында ҡыш миҙгеленең иң күркәм йолаларының береһе «Ҡаҙ өмәһе» байрамы ойошторолдо 16.12.2017

Төбәктә йыл һайын ҙурлап уҙғарылған өмәлә йәштәр ҙә, оло быуын вәкилдәре лә ҡатнашты. Күмәкләп башҡарған эш ырамлы була тигәндәй, бер ғаиләнең биш тиҫтәнән ашыу ҡаҙы йолҡолоп, ауылда йыр-бейеү, уйын-көлкөнән торған концерт ҡуйылды.  

Йылдағыса күпләп ҡош-ҡорт аҫраған Сәлимовтар йортонда "Ҡаҙ ҡанаты" йыры яңғырай. Ғаилә ҡар яуып, һыуыҡтар төшөүен көткән, сөнки ҡаҙҙың ите тәпәйе ҡарға баҫыу менән татлана, тип иҫәпләнә. Өмәгә, ғәҙәттәгесә, таҫыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырылған, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә.
Ҡаҙ өмәһе үҙ-ара аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу байрамы. Күрше ауылдарҙан килгән гүзәл заттар эш барышында йолаға ярашлы, төрлө ырым-юрауҙарҙы ла иҫкә төшөрҙө. Быйылғы ҡаҙҙарҙың ҡаурыйы тап-таҙа булыуына һөйөнөшкән өмәселәр уларҙы буласаҡ кәләшкә бағышлап, мендәргә тултырҙы.
Өмәселәр ҡоштоң эсен ярып, таҙартҡан арала ҡыҙҙар-малайҙар ҡауырһындарҙы йыйҙы. Мәктәп уҡыусыларын Финә Вахитова борондан йәшәп килгән матур йола менән яҡындан таныштырып, «Ҡаурый өмәһенә» саҡырҙы.
Ауылда һәр ғаилә тиерлек күпләп ҡош-ҡорт тота. Йәй буйы ҡарап, Яңы йыл алдынан өмө үткәреү үҙе бер ҡәнәғәтлек, ти урында йәшәүселәр. Байрамға ҡайтҡан туғандарҙы һыйлау, йә биш-алты килограмм тартҡан ҡаҙҙарҙы яҡшы хаҡҡа һатып ебәреү үҙе ни тора!
Өмәселәр эшкәртеп таҙаланған ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, гармун моңона ҡушылып йырлап, йылғаға юлланды. Был йоланың иң матур өлөшө.
Урам буйлап уҙыу, йолаларға тоғро ҡалыу, үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәүгә ишара. Балалар мал, ҡош-ҡорт ҡото теләп юлға ҡауырһын һипте.
Яурындағы йөктөң ауыр булыуына һөйөнәһе генә, ти хужабикә. Йолҡолған ҡаҙҙарҙың тос түшкәләрен көйәнтәгә элеп, йылғала сайҡатыу - йоланың айырылғыһыҙ өлөшө. Был күренеште ауыл халҡы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
Ҡаҙҙар һалҡын һыуҙа таҙарып ҡына ҡалмай, бар насарлығы китә һәм оҙаҡ һаҡлана тип иҫәпләнә. Өмәнән ҡәнәғәт ҡалған ханымдар киләһе йыл да ҡош-ҡортто арттырып, был изге йоланы бергә үтәргә һүҙ ҡуйышты. Эш тамамланыу менән ауыл халҡы уйын-көлкө, йыр-бейеүҙән торған тамаша ойошторҙо.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку