Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында республика «Ҡаҙ өмәһе»  үтте 18.12.2014

Ауыл уңғандары бергә йыйылып муллыҡ байрамы уҙғарҙы. Уларҙың шатлығын уртаҡлашырға Өфөнән дә ҡунаҡтар барҙы.

Һәр эштең үҙ рәте-сираты. Фатиха биреп, доға уҡыуға ауыл уңғандары ҡаҙҙарҙы йолҡа ла башланы. Йолауи байрамдың төп йыры,  “Ҡаҙ ҡанаты”. Уның көйөнә  тилбер апай-еңгәйҙәр өмә хужалары- Рәмилә  һәм Ғабдулла Йосоповтарҙы маҡтай-маҡтай  эшләне. Бер кем дә ситтә ҡалманы. Ҡыҙҙар ҡанат йолҡто, ҡауырһындарҙы йыйҙы. Өмәне Республика мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт халыҡ ижады үҙәге һәм Халыҡтар дуҫлығы йортонан килгән ҡунаҡтар күҙәтте.
Төп өмәселәр- Ҡаңны -Төркәй ауылында  егерме йыл дауамында эшләп килгән «Заһиҙә» башҡорт фольклоры ансамбленә йөрөүселәр. Улар бер байрамды ла ҡалдырмай.
Уйын-көлкө, йыр-моң менән эш ырамлы барҙы.Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эш итеү  һиҙелмәй  үтте. Йылғала үҫкән ҡаҙҙарҙың мамыҡтары тап-таҙа. Уны мендәр эшләү өсөн алып ҡуйҙылар. Ҡаңны-Төркәйҙә һәр ғаилә ҡаҙ аҫырай икән.Өмә хужалары утыҙ ҡаҙ һуйҙы.
Ә артабан  кейенешеп-яһанышып, көйәнтәләргә ҡоштарҙың тос түшкәләрен парлап элеп, урам буйлап  күлгә киттеләр. Һыуға барғанда иң алдан ҡыҙҙар атланы, улар киләһе йылда ла ошо юлдан ҡаҙҙар йөрөүен, мул үрсем алыуын теләп, ҡаҙ ҡауырһындарын туҙҙырып барҙы.
Таллы күлгә  килеп еткәс уйын-көлкө дауам итте. Ҡаҙ эленгән көйәнтәләр менән бейенеләр, ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтештеләр.
Быйыл ҡар һуңыраҡ ятҡан яҡтарҙа  көҙгө өмәләр , бына шулай  әҙерәк һуңлабыраҡ та үткәрелә.  Ауыл кешеһе был мәлде көтөп ала. Ҡайһы бер төбәктәрҙә хәҙер һуғымға  һәр кем үҙ туғандары, яҡындары менән генә йыйылһа,әле боронғоса, бөтә ауыл менән йоланы үтәү ҙә һаҡланып килә. Бер ғаиләгә ярҙам итеп ҡатын-ҡыҙҙар икенсе юлы кемгә барыуҙары тураһында һөйләшеп -килешеп ҡайта.
Өмәселәр бер-береһенә киләһе йылдар тыныс килеүен, бөтәһе лә мул тормошта йәшәүен, ҡаҙ өмәләре, һуғым аштары дауам итеүен теләп таралышты.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика