Бөтмөр хужа иҫәбен белер

Бөтмөр хужа иҫәбен белер 02.02.2016

Рәсәйҙә күләмле статистика кампанияһы көтөлә. Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу 1 илюдән август урталарына тиклем дауам итәсәк. Бөгөн  ил күләмендәге әһәмиәтле сараға әҙерлек  мәсьәләһе Республика Хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә ҡаралды.

Һуңғы тапҡыр ауыл хужалығы иҫәбен алыуға  ун йыл ваҡыт үтеп бара. Һандар ысынбарлыҡты теүәл сағылдырһын өсөн статистика сараһы ун йылға бер үтеп торорға тейеш. Был ваҡыт эсендә тормош үҙгәреп өлгөрә, улар һис шикһеҙ иҡтисадта ла сағыла. Әммә иҫәп алыуҙың маҡсаты табыш, йәғни һалымдарҙы арттырып ҡаҙна тулыландырыу  түгел тигән фекерҙә белгестәр
2006 йылда үткән иҫәп алыуҙан айырмалы рәүештә быйылғы сара барышында шәхси хужалыҡтар, баҡса һәм йорт янындағы ер участкалары ла иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Иҫәп алыуҙы заман- технологиялары ярҙамында башҡарыу  күҙаллана.
Әле республика төбәктәрендә иҫәп алыу һәм инструктор участкалары ойошторола. Статистика сараһында ҡатнашасаҡ белгестәр туплана. Мөһим кампанияға әҙерлек мәсьәләһенә арналған селектор кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә, район-ҡалаларҙа ауыл хужалығы иҫәбен алыуға етди иғтибар бүлеү мөһим. Элемтә, транспорт, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү  кеүек  мәсьәләрҙең хәл ителеше йыйылған мәғлүмәттең теүәллегенә йоғонто яһауы бар тиелде кәңәшмәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку