Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу тамамланды, әммә алда Башҡортостан федераль дәүләт статистика хеҙмәткәрҙәре алдында яуаплы һәм көсөргәнешле эш көтөлә

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу тамамланды, әммә алда  Башҡортостан федераль дәүләт статистика хеҙмәткәрҙәре алдында яуаплы һәм көсөргәнешле эш көтөлә 02.09.2016

Әле район-ҡалаларҙан иҫәп алыу документтарын ҡабул итеү теүәлләнә. Белгестәр ҡағыҙҙағы мәғлүмәттең дөрөҫ тултырылыуын тикшеререү менән мәшғүл. Киләһе этапта автоматлаштырылған система ярҙамында күрһәткестәрҙе теркәү башлана.

Барлығы 4 миллионға яҡын документ эшкәртеү үтергә тейеш. Шуға ла был процесс бер нисә айға һуҙылыуы ихтимал.  Шунан һуң ғына «Aуыл тәртиптә - ил ниғмәттә» девизы аҫтында ойошторолған сараның йомғаҡтары асыҡлана.
Ауыл хужалығы өсөн мөһим сарала ейәнсуралар ҙа әүҙемлек күрһәтә. 3-сө участканың иҫәп алыусылары  барлығы 3 меңгә яҡын объектты, 26 крәҫтиән-фермер хужалығын ҡарап сыҡҡан, шәхси эшҡыуарҙар менән дә аралашҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку