«Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу-2016» кампанияһының   тағы ла бер эмблемаһы барлыҡҡа килде  07.09.2015

Ул йылмайыусы  көлтә  рәүешендә, күк сәскә менән биҙәлгән. Кампанияның  рәсми булмаған эмблемаһын эшләүгә конкурс уҙғарылған. Тәҡдим ителгән  өс йөҙҙән ашыу эш араһында Һамар өлкәһендә  йәшәүсе Наталья Иванованың эше лайыҡлы тип табылған. Автор илле мең һум күләмендә премия менән бүләкләнә

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кампания 2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем  үтә. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу быға тиклем 2006 йылда булды. Унан алдағыһы тик 1920 йылда ойошторолған. Был мөһим сара ауыл хужалығы торошон, үҫеш тенденцияларын асыҡлауға, һөҙөмтәле  агросәнәғәт сәйәсәтен булдырыуға булышлыҡ итә. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбе һөҙөмтәһе, илдең иҡтисади именлеген тәьмин итеүсе сифаттарҙың береһе - аҙыҡ-түлек комплексы торошо хаҡында тулы һәм сифатлы мәғлүмәт бирәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика