Бөтә илдә ял көндәре булыуына ҡарамаҫтан, район һәм ҡалаларҙа йәрминкәләр эшләүен дауам итә

Бөтә илдә ял көндәре булыуына ҡарамаҫтан, район һәм ҡалаларҙа йәрминкәләр эшләүен дауам итә 08.01.2015

Тик бында ғына иң тәмле һәм сифатлы ит, һөт ризыҡтары, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлек табырға була. Шулай уҡ йәрминкәләр халыҡҡа байрам кәйефе лә бүләк итә.

Иглин ҡасабаһында, мәҫәлән, йәрминкә шыршы урынлашҡан майҙанға йәнәш урынлашҡан. Шуға ла бында сауҙа итеү һәм күңел асыу йәнәш бара. Райондың мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итергә лә онотмай. Шыршы янына килеүселәр төрлө уйын һәм конкурстарҙа ҡатнаша ала. Әлбиттә, был саралар бала-сағаһыҙ үтмәй. Улар боҙ ҡаласығында көнө буйы йәшәй тип тә әйтергә була. Ҡасаба майҙанында үткән сағыу тамашала әкиәт персонаждарын, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы күрергә мөмкин. Тамамланған Мәҙәниәт йылы район ойошмалары өсөн уңышлы булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку