Бәшмәкселәр өсөн ҡыҙыу осор яҡынлаша

Бәшмәкселәр өсөн ҡыҙыу осор яҡынлаша 30.07.2015

Ямғырлы йәй урман байлығының мул булырына ишара. Күптәр өсөн бәшмәк йыйыу яратҡан шөғөл булһа, икенселәр унан килем ала. Әлегә баш ҡаланың асыҡ һауала ойошторолған сауҙа урындарында йүнселдәр аҡ көлөпә, гөрөздә тәҡдим итә.

"Гөрөздәне һатып алыусылар һирәк, баллы бәшмәк күпкә үтемлерәк"- ти Анатолий Шабрин. Ул Кушнаренко районынан килеп баш ҡала халҡын "урман ите" менән тәьмин итә. Йүнселдең бәләкәй бизнесы яйға һалынған, тик ҙур килемдәр хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Баҙарҙа гөрөздәнең киллограмы ни бары  30 һум.

Баш ҡалала ауыл хужалығы тауарҙарын тәҡдим итеүсе сауҙа урындары етерлек. Унда фермерҙар, йүнселдәр йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт продукцияһын тәҡдим итә. Тик бында "урман ите" генә йыш осрамай. Шәхси эшҡыуарҙар ҙа бәшмәкте һатыуҙан сығарған. Фәнзилә Вәлиева йәй миҙгелендә конкуренция ҙур, ти.  

Йүнселдәр республика урмандарында үҫкән бәшмәктең 20-гә яҡын төрөн йыя. Тик баш ҡала халҡы уларҙың танып белгәнен генә һатып ала икән. Күптәр гөрөздә, аҡ көлөпәне ҡышҡылыҡҡа әҙерләп һаҡларға - тоҙларға йыйына. Шулай ҙа "тәмле ризыҡтан" шикләнеүселәр ҙә бар.

Хәүефләнергә урын бар. Йыл башынан бәшмәктән ағыуланып  Өфө дауаханаһына өс кеше мөрәжәғәт иткән. Оло йәштәгеләр уларҙы үҙ белдеге менән йыйған.  

Рөхсәт ителмәгән урындарҙа ла бәшмәк менән сауҙа итеүселәр етерлек. Уларҙың тауарҙары санитар-эпидемиология талаптарына тап килмәүе ихтимал. Был ризыҡ махсус сәнәғәт төргәгендә һатылырға тейеш.

Августан бәшмәкселәр өсөн ҡыҙыу осор башлана. Аяҡ аҫтында ғына ятҡан "ризыҡты" йыйыу өсөн күп көс һәм түҙемлек талап ителә. "Тыныс һунар" хәүефһеҙ үтһен өсөн иғтибарлы булырға кәрәк. Ауыл, ҡала эсендә - төрлө парк-скверҙарҙа, сүплек янында, юл ситендә үҫкән бәшмәкте йыйырға ярамай. Был ғүмер өсөн ҡурҡыныс, ти белгестәр.

Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку