Бөрйән районында ҡурай ярҙамында биләмәлә йәшәүсе маралдар иҫәпләнә 22.09.2017

Музыка ҡоралы тауышына урман кейектәре яуап ҡайтара икән.

Ҡурайҙың һыҙғырыуы ата болан саҡырыуына оҡшаған. Тәүге маралдар ҡурсаулыҡҡа Таулы Алтайҙан 1941 йылда алып ҡайтыла. Бөрйән районының тәбиғәте төньяҡ боландары төйәк иткән биләмәнеке менән оҡшаш, шуға ла урман кейектәре тиҙ яраҡлаша. Әммә, һуғыш йылдарында маралдар күпләп ҡырыла. Аҙаҡтан урман йәнлектәре тағы ла  үрсетелә башлай. Бөгөн ҡурсаулыҡтың ҡырағай тәбиғәт шарттарында улар ҡырҡ баштан ашыу. Ә вольерҙа бер ата болан, дүрт инә һәм уларҙың өс быҙауы бар. Төньяҡ боландар яңы биләмәгә өйрәнгән, хеҙмәткәр Әлиә Исхаҡова әйтеүенсә, маралдар уның да тауышын таный башлаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика