Бүреләр һунар миҙгеле асҡан, әлегә ауыл эттәренә

Бүреләр һунар миҙгеле асҡан, әлегә ауыл эттәренә 12.02.2018

Ҡариҙел районы Ҡараяр ауыл биләмәһендә урман санитарҙары әүҙемләшкән. Йыртҡыстар урам эттәрен таҙарта. Ҡураларҙа үтеп инеп ваҡ малды тамаҡлай. Бүреләрҙең кеше йәшәгән урындарға яҡынайыуын тәжрибәле һунарсылар ҡарһыҙ ҡышҡа бәйләй.

Рима Сәмиғуллина оҙаҡ йылдар инде Ҡариҙел районы Абдулла ауылында йәшәй. Быйыл бүреләр кеше күҙенә  йышыраҡ күренә башланы тип билдәләй оло йәштәге ханым. Яңыраҡ ҡына уның өйө янында йыртҡыстар күрешеһенең этен ашап киткән.
Бобиктан хәҙер ояһы ғына ҡалған. Урман санитарҙары Комсомол ауылында йәшәүсе Накаряковтар ғаиләһенең ихатаһына уҡ үтеп ингән. Йорт ҡарауылсыһы тураһында эттең муйынсаһы ғына хәтерләтә. Комсомол ауылы халҡы билдәләүенсә, эргә-тирәләге урманда  20 башлыҡ бүре өйөрө иҫәпләнә.
Ҡар йоҡа булыу сәбәпле, йыртҡыстар урман йәнлектәрен аулай алмай. Ирекһеҙҙән йыртҡыстар кеше йәшәгән урындарға яҡынлашырға мәжбүр.
Илшат Әхмәтов бүре атыуға рөхсәте булған һунарсыларҙың береһе. Ҡан эҙҙәре буйлап уға йыш ҡына урман санитарҙарын ҡыуаларға тура килә. Әле йыртҡыстарҙың парлашҡан осоро, шуға ла улар ҙур әүҙемлек күрһәтә тигән фекерҙә уҙаман. Бер нисә көн элек кенә ул ике бүре атып алған.
Төбәктә һоро йыртҡыстарҙың ишәйеүе хаҡында район етәкселегенә лә мәғлүм. Бөгөн хакимиәттә үткән оператив кәңәшмәлә уларҙың популяцияһын контролдә тотоу юлдары хаҡында  фекер алышынды. Ултырышта бүре атып алған һунарсыларҙы дәртләндереү  саралары тураһындағы тәҡдим ҡаралды.
Бүре беҙҙең урмандарҙығы төп санитар булраҡ та билдәле. Шуға ла һунарсыларға өҫтәмә рөхсәт таратыу, уларҙы ҡырыу тигәнде аңлатмай. Йыртҡыстарҙың популяцияһын контролдә тотоу һәм халыҡҡа хәүеф сығанағын ғына юҡҡа сығарыу мөһим тип билдәләй белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку