Бөрө районының Шалҡан ауылында яңы һөтсөлөк фермаһы файҙаланыуға тапшырылды 07.02.2017

Дүрт йөҙ баш малға иҫәпләнгән ике ҡура һәм бер һауын блогы тотошлайы менән яңынан төҙөлдө. Уны сафҡа индереү өсөн инвесторҙар 50 миллион һум самаһы аҡса һалған. Хәҙер малдар уңайлы шарттарҙа тотола. Эшкә лә ҡыуанып йөрөйбеҙ, ти һауынсылар.

Елизавета Дәүләтбаева хәҙер ябай һауынсы түгел. Яңы сафҡа ингән фермала эшләй башлағас уның вазифа ла башҡаса. Хәҙер ул һауын машинаһы операторы. Быға тиклем ул 30 йылдан ашыу ауылдың иҫке ҡураларында  эшләй. Тубыҡтан тиҙәккә батып, биҙрәләп һөт ташыған мәлдәр хәҙер ҡурҡыныс төш кеүек кенә, ти ул.

Яңы һөтсөлөк фермаһы дүрт йөҙ баш малға иҫәпләнгән. Уны хеҙмәтләндереү тулыһынса  автоматлаштырылған. Бер юлы 24 һыйыр һауыла. Һөт тә асыҡ һауыттарға эләкмәй. Бындай шарттарҙа етештереү күләмдәре лә бер нисә көндә генә артҡан.

Киләсәктә һауым күләме тағы ла артыр тип көтөлә. Хужалыҡта малдар һанын арттырыу менән бер рәттән тоҡом яҡшыртыу өҫтөндә лә эш алып барыла. Яһалма аталандырыу менән хәҙер айырым белгес шөғөлләнә.

Инвесторҙар ике ҡура менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Йыл аҙағынаса  тағы ла өс йөҙ баш малға иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы һәм 130 урынлыҡ быҙау ҡураһы барлыҡҡа киләсәк. Был иһә урындағы ҡаҙнаға килем һәм ауыл халҡына өҫтәмә эш урындары тигән һүҙ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика