Бөлгөнлөккә төшкән хужалыҡ,  килемгә сыҡҡан 12.08.2016

Учалы районындағы «Байрамғол» агрофирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә әлегә 2600 баш һыйыр иҫәпләнә, шулай уҡ бында йылҡысылыҡ менән дә уңышлы шөғөлләнәләр.

Һуңғы көндәрҙә Учалы районында ямғыр яуыу сәбәпле, баҫыу,яландарҙа тынлыҡ урынлашҡан тиһәк тә була. "Байрамғол" агрофирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә әле һаман һоло сабыуға төшмәгәндәр. Баш агроном Рәмил Мөхәмәтйәров гектарынан 20 центр ғына уңыш булыр тип өмөтләнә. Барлығы 100 тоннанан ашыу орлоҡ әҙерләнергә тейеш. Борсаҡ та өлгөргән. Шулай ҙа йәй башында һауа торошоноң бер ни тиклем һыуыҡ булыуы күп йыллыҡ  үләндәр үҫешенә насар тәьҫир иткән.
Дөйөм алғанда, хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү буйынса йыл ярымлыҡ запас тупланған. Бесән 700 тонна өйөлгән. Әлегә  Уральск ауылында урынлашҡан һөт-тауар фермаһында мең баш һауын һыйыры иҫәпләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы көнөнә кәм тигәндә 22 литр һөт бирә. Бында бар эш тә автоматлаштырылған, яңы ҡорамалдарҙа көндәлек һауым ете сәғәт эсендә тамамлана.  
Хужалыҡ яҡындағы һөт заводы менән дә килешеү төҙөгән. Бер үк хаҡ менән көнөнә 20 тонна тауар оҙатыла. Дәүләт программаларында ҡатнашыу ҙа һөҙөмтәһеҙ үтмәй.
Хужалыҡ тәүге кварталда килемгә сыҡҡан. Киләһе йылға төп маҡсаты - тоҡомдо яҡшыртыу, һыйырҙарҙың һанын арттырыу. Әлегә Уральск ауылында урынлашҡан фермала 253 баш быҙау иҫәпләнә. Улар ҙа йәйҙе уңай шарттарҙа үткәрә. Бынан тыш, урында йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә. Ҡымыҙ етештерелә.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика