Бөгөн Шишмә районында ауыл хужалығы техникаһын һаҡлау һәм төҙөкләндереү буйынса республика семинар-кәңәшмә уҙҙы

Бөгөн Шишмә районында ауыл хужалығы техникаһын һаҡлау һәм төҙөкләндереү буйынса республика семинар-кәңәшмә уҙҙы 08.11.2014

Унда ауыл хужалығы техникаһы паркын төҙөкләндереү һәм яңыртыу мәсьәләләре ҡаралды.

Сылбырҙар ҡышҡылыҡҡа  һаҡлауға  ҡуйыла. Ә комбайндар ремонтҡа туҡталған. Көҙгө баҫыу эштәре теүәлләнеү менән техниканы яҙғылыҡҡа әҙерләү эштәре башланған. Шишмә районындағы «Үҙәк» машина трактор станцияһында ауыл хужалығы техникаһының бар төрө лә төҙөкләндереү үтә. Баҫыуҙарҙы йылдан-йыл сит илдән һатып алынған техника эшкәртә. Уларҙың боҙолған деталдәрен алмаштырыу өсөн запас частар ҙә етештерелә бында. Уларҙы ситтән һатып алыуға ҡарағанда эш өс тапҡырға арзаныраҡҡа төшә, ти «Үҙәк» хеҙмәткәрҙәре.
Ауыл хужалығы техникаһы паркы  ярайһы ғына иҫкергән. Быйыл  һигеҙ меңдән ашыу трактор, ике мең  комбайн һәм башҡа  техника  ремонтҡа ҡуйылған.  Республикала уларҙы төҙөкләндереү буйынса 22 предприятие  шөғөлләнә.  Сафтан сыҡҡан ауыл хужалығы  техникаһының күбеһе  «Башсельхозтехника» ойошмаһына килтерелә.
Быйыл ғына 80 берәмек  ошондай техника етештерелгән. Улар бөтәһе лә тиерлек һатылып бөткән. Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһы паркы һуңғы өс йылда ныҡ яңыртылды, тип билдәләнде семинар-кәңәшмәлә. Быйыл ғына 300 иген урыу  комбайны һатып алынған. Был башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, яҡшы күрһәткес. Киләһе йылға  хужалыҡтарҙы  заманса сәсеү агрегат-комплекстары менән тәьмин итеү ҡаралған. Тәү сиратта орлоҡ таҙартыу һәм киптереү комплекстарын төҙөү бурысы тора.  Сит  илдән килтерелгән техника менән бер рәттән  үҙебеҙҙең илдә етештерелгәндәре лә ҡулланыла.  Мәҫәлән, күп кенә хужалыҡтарҙа үҙебеҙҙең  спутник  мониторингы ҡулланыу эште  һөҙөмтәлерәк итә.
Спутник мониторингы республиканың байтаҡ хужалыҡтарында ҡулланыла. Уның ярҙамында баҫыуҙағы  техниканың күпме ер эшкәрткәне, күпме яғыулыҡ сарыф ителгәне  компьютерҙа теркәлеп бара. Ошондай заманса алымдар  ҡулланыу һәм  төҙөк техника баҫыу эштәрен ваҡытында башларға һәм тамамларға булышлыҡ итә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика