Бөгөн Саҡмағошта сираттағы «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһе башланды 23.07.2015

Өс көн дауам итәсәк күләмле сараның маҡсаты  иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урыуҙы ойоштороу, тәжрибә уртаҡлашыу, ауыл хужалығы тармағында яңы алымдар үҙләштереү. Семинарҙың тәүге көнөндә Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Хөкүмәт һәм министрлыҡтар вәкилдәре, муниципаль район башлыҡтары ҡатнашты.

Ураҡ эштәре рәсми старт! Быйыл республика хужалыҡтары алдында ике миллион гектарға яҡын майҙанда урып-йыйыу эштәрен башҡарыу бурысы тора. Уңыштың яҡшы булыуы көтөлә, уны юғалтмайса йыйып алыу мөһим. Йыл һайын баҫыуҙарҙа 5-10 процент  культуралар ятып ҡала. Был технологияның етешһеҙлегенә, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәмәүгә бәйле. Бындай хаталарға юл ҡуйырға ярамай, тине республика башлығы Рөстәм Хәмитов.
Семинар-кәңәшмә агросәнәғәт комплексының алдынғы технологиялары һәм алымдары менән танышыу мөмкинлеге менән әһәмиәтле. Тармаҡтың иң яңы һәм файҙалы техникаһы бер урында йыйылған. Район вәкилдәре өсөн шулай уҡ лекция формаһында үҫемселек һәм малсылыҡҡа ҡағылышлы тулы мәғлүмәт еткерелә. Тап бында Республиканың ауыл хужалығы мөмкинлектәрен күрергә була. Стәрлетамаҡта мәҫәлән үҙйөрөшлө сапҡыс етештерә башлағандар. Башта бында импортлы урғыс ҡулланылһа, әле предприятие үҙенекен сығарған.     
Бындай комплекс сит илдең ошондай уҡ техникаһынан миллион ярым һумға арзаныраҡ. Сапҡыс баҫыуҙа һуңғы һынауҙар үткәс, күләмле етештерелә башлаясаҡ. Ихтыяж әле үк бар, айырыуса Ҡаҙағстан фермерҙары ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, ти предприятие вәкилдәре.
Семинарҙың тағы бер мөһим өлөшө тармаҡтың алдынғы хужалыҡтары менән танышыу. Быйыл ҡатнашыусылар райондың "Базы" кооперативы тәжрибәһен өйрәнде. Гектарынан 40 центнер самаһы уңыш алыусы хужалыҡ йылдам үҫешә. Бер-бер артлы яңы фермалар, һауын залдары тапшырыла. Тармаҡ алдынғыһы күптән түгел тенттан ҡуралар ҡуллана башлаған. Ул мал тотоу өсөн тулыһынса яраҡлы, тик бында бер һыйыр урыны хужалыҡҡ өсөн ике-өс тапҡырға арзаныраҡ.
Киләһе объект - орлоҡ етештереү комплексы. Бындай объекттар булдырыу Республиканың ауыл хужалығы өсөн айырыуса әһәмиәтле тип билдәләй министрлыҡ вәкилдәре. Уларҙы һәр климатик зонала булдырыу шарт. «Базы» кооперативы мәҫәлән дәүләт ярҙамын көтөп тормаған, комплексты үҙ аҡсаһына төҙөп сифатлы орлоҡ табыу мәсьәләһен тулыһынса хәл иткән. Бында игенде таҙалау, киптереү, орлоҡҡа айырыу цехтары эшләй. Ноябрьҙә иген һаҡлағыс тапшырылырға тора, тулайым ҡеүәте 30 мең тонна тәшкил итәсәк. Тармаҡ предприятиеларына ошондай хужалыҡтарҙан миҫал алырға кәрәк тип билдәләне семинарҙың пленар ултырышында Рөстәм Хәмитов. Эштең сифатын күтәреү, сығымдарҙы кәметеү бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа шаҡтай әһәмиәтле. Бюджет аҡсаһын нисек етте шулай тотоноу күренеше юҡҡа сығырға тейеш тине төбәк етәксеһе.
Күрәһең, тиҙҙән хужалыҡтарға субсидия алыу өсөн һөҙөмтәле эш күрһәтергә тура киләсәк. Кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығын модернизациялау буйынса комиссия булдырырға тигән күрһәтмә бирҙе. Баҙар шарттарында элеккесә йәшәп булмай. Заманаға яраҡлашырға кәрәк. Ә бының өсөн бөтә шарттар бар, тик өйрәнергә теләк кенә булһын.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика