Бөгөн республиканың 33 төбәгендә һабантуй үтте 04.06.2016

Игенсе хеҙмәтенә дан йырлаған байрам шулай уҡ Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот ҡалаһында ла билдәләнде.

Һабантуй -  яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау  ғына түгел, барса халыҡты берләштереүсе байрам да. Баҡалылар театрлаштырылған тамаша аша халыҡтар дуҫлығын, берҙәмлеген, күрһәтте. Баҡалы районы һабантуйы күңел асыу сараларынан тыш, төрлө спорт уйындары менән үрелеп барҙы. Байрамдан билдәле спортсылар ҙа ситтә ҡалманы.  Ә Илеш районы һабантуйында яңғыраған ҡурай моңо бейеүселәрҙе генә түгел, аттарҙы ла бейетте.
Яҙғы-баҫыу эштәрендә фиҙаҡәрлек күрһәткән ауыл эшсәндәре иғтибар үҙәгендә. Хеҙмәт алдыңғыларына  Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар тапшырылды. Илештәрҙе һабан байрамы менән Башҡортостан ауыл хужалығы министры Николай Коваленко тәбрикләне. Спорт ярыштары айырыуса  ойошҡанлыҡ менән үтте. Йылдағыса, хужалыҡтар  тирмәләр ҡорҙо. Уларҙың һәр береһендә ҡунаҡсыл хужалар һый-хөрмәт тулы мул өҫтәлдәр менән ҡаршы алды. Быйылғы һабан байрамы ла Илеш халҡының ваҡытында эшләй ҙә, яла итә лә белеүен  раҫланы.
Шаран районы халҡы иһә байрам тирмәләрен Рәсәй киноһы йылына арнап ҡорҙо. Сағыу баннерҙар, кинотөшөрөү техникаларынан тыш,  майҙанға билдәле фильм, әкиәт геройҙары ла сыҡты. Бер тирмә ихатаһында "Буратино" йәнһүрәтенән өҙөк сәхнәләштерелһә, икенсеһендә Шурик мажаралары геройҙарын күрергә мөмкин ине. Ә киләһе аҙнала  һабантуй республиканың тағы ун төбәгендә үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика