Бөгөн республикала ит етештереү технологиялары буйынса һигеҙенсе Бөтә Рәсәй конференцияһы асылды

Бөгөн республикала ит етештереү технологиялары буйынса һигеҙенсе Бөтә Рәсәй конференцияһы асылды 07.09.2016

Кәңәшмәлә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ буйынса департаменты етәксеһе  Харун Әмерханов, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы  һәм ил төбәктәренең  ауыл хужалығы идаралыҡтары вәкилдәре ҡатнаша. Форум  өс көн дауам итә.

Аҫыраған һыйырының  һөтөн, итен ҡулланыусыға алып барып еткерә алмау  ауылда йәшәүселәргә яҡшы таныш. Шулай ҙа, мал тотоп  уны ғаилә бизнесына әйләндереп, килем алыусылар ҙа  етерлек. Тармаҡты үҫтереүгә дәүләт программалары ярҙамға килә.  Мәсьәлә Бөтә Рәсәй өсөн уртаҡ. Уларҙы  уртаға һалып һөйләшер өсөн ил төбәктәренең ауыл хужалығы тармағы вәкилдәре  Өфөгә йыйылды.  Ит етештереүҙә һуңғы йылдарҙа  ҡабул ителгән  яңы закондарға килгәндә, мәҫәлән, 2015 йылдың  1 ғинуарынан  мал итен һатыуға сығарыуҙы сикләүсе регламент ғәмәлгә инде. Уға ярашлы, сауҙаға сығарылған ит мотлаҡ рәүештә мал һуйыу цехтарында эшкәртелергә тейеш. Әле республикала  йөҙгә яҡын ошондай махсус пункт эшләй. Өс районда  улар  булмаған. Мәсьәлә хәл ителә,  эшҡыуарҙар табылған.
«Ит етештереү технологиялары буйынса һигеҙенсе Бөтә Рәсәй конференцияһы»нда  республиканан һәм Рәсәй төбәктәренән  йөҙҙән ашыу вәкил ҡатнаша. Кәңәшмәлә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ буйынса департаменты етәксеһе  Харун Әмерханов Башҡортостан малсылыҡ продукцияһын етештереү күләме буйынса илдә биш алға киткән төбәк исемлегендә тип билдәләне.
Харун Әмерханов, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ буйынса департаменты етәксеһе: «Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында ыңғай динамика күҙәтелә. Географик урынлашыуы буйынса  мал тотоу өсөн ожмах урыны тип  әйтә алам. Республика етәкселеге яғынан был өлкәгә ҙур ярҙам күрһәтелә, көтөүлектәр, мал аҙығы үҫтереү һәм башҡа шарттар бар, шулай ҙа, әлеге күрһәткестәрҙе арттырыу көн талабы».
Сифатлы ит алыу өсөн мал ашатыуҙа республикала яңы  технологиялар ҡулланыла. Һуңғы йылдарҙа ғына 11 хужалыҡта    һигеҙ меңдән ашыу  эре мөгөҙлө малға иҫәпләнгән мал ашатыу  урындары булдырылған. Сығымдың 30 проценты  хужалыҡтарға республика һәм федераль ҡаҙнанан  кире ҡайтарылған. Яңылыҡ  үҙ һөҙөмтәһен биргән, һәр баш мал  иҫәбенә тәүлегенә  килограммдан ашыу артым күҙәтелгән. Йылына республикала 230 мең тонна ит етештерелә.
Кәңәшмәлә  ҡатнашыусылар Благовар,  Ауырғазы, Туймазы, Өфө һәм Дүртөйлө   райондары хужалыҡтарына барасаҡ. Йыйылып һөйләшеүҙән тыш аныҡ ғәмәлдәргә старт биреләсәк. Республика ауыл хужалығы министрлығы Рәсәй менән берлектә тармаҡты үҫтереү буйынса юл картаһы төҙөйәсәк һәм киләсәктә был өлкәлә етештереү күләмен биш-алты тапҡырға арттырыу ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку