Бөгөн республика ветеринария идаралығында африка тағуны буйынса Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары ҡатнашлығында оператив кәңәшмә үтте

Бөгөн республика ветеринария идаралығында африка тағуны буйынса Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары ҡатнашлығында оператив кәңәшмә үтте 26.12.2017

Ултырышта ил төбәктәренә вирус индермәү, асыҡланған осраҡта уны юҡ итеү буйынса кисекмәҫтән саралар күреү, шулай уҡ, яңы йылдан ғәмәлгә инәсәк «Меркурий» системаһы тураһында һүҙ барҙы. Кәңәшмәлә Волга буйы федераль округына ҡараған ете төбәк белгестәре ҡатнашты.

Сараның Башҡортостанда үтеүе осраҡлы түгел, сөнки республика Ҡаҙағстанға яҡын урынлашҡан. Билдәле булыуынса, йорт хайуандары ауырыуҙарының күпселеге ошо төбәктәрҙән тарала. Федераль министр урынбаҫары Евгений Непоклонов быйыл Башҡортостандың Туймазы һәм Бүздәк райондарында бешмә  таралыуына ла туҡталды. Ул сит илдән мал керетеүсе йүнделдәрҙең эшен етди контролгә алырға кәрәклеген билдәләне. Был йәһәттән «Меркурий» системаһы ярҙамға килер, тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку