Бөгөн Республика башлығы ауыл хужалығы  хеҙмәткәрҙәрен  һөнәри байрамдары менән тәбрикләп  дәүләт наградалары тапшырҙы 03.11.2015

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы илдә иң ҡеүәтлеләрҙең береһе, бында һеҙҙең һәр берегеҙеең хеҙмәте һалынған. Киләсәктә лә ошо юғары күрһәткестәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн арымай талмай хеҙмәт итергә кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов. Быйылғы йыл аграрийҙар өсөн айырыуса яҡшы килгән, бураларға мул уңыш һалынған. Республикала  импортты алмаштырыу, малдың продуктлылығын күтәреү буйынса етди эш алып барыла.

Бүләкләнеүселәр  әйтеүенсә,  ауыл хужалығында   юғары күрһәткестәргә өлгәшеү еңел түгел, иртә таңдан ҡара кискә тиклем    бил бөгөргә кәрәк. Әммә ерҙе яратҡандар   уңышҡа ирешә ала. Илеш районынан тракторсы  булып эшләгән Әнфәл Ахунов миңә техника ене мәктәп партаһында уҡ ҡағылда һәм ғүмерем буйы һайлаған һөнәремә тоғро ҡалдым, тип белдерҙе. Бөгөн уның фиҙаҡәр хеҙмәте Дуҫлыҡ ордены менән баһаланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика