Бөгөн Әлшәй районында республиканың 30 районынан ҡымыҙсылар йыйылды

Бөгөн Әлшәй районында республиканың 30 районынан ҡымыҙсылар йыйылды 02.07.2015

Улар сифатлы ҡымыҙ бешеү буйынса ярышты.

Кәштәләрҙә бер-бер артлы теҙелеп киткән эсемлекте тәмләп ҡараусылар уны яҡшы баһалай. Конкурсҡа  иң оҫта ҡымыҙ бешеүселәр йыйылған. Лилиә Сәғәҙәтова Учалы районынан. Бәйгелә йыл һайын ҡатнаша. Оҫта ҡымыҙ бешеү серҙәре менән ихлас уртаҡлаша.
Яңы ғына бешелгәне, әсерәге, сөсөрәге, емеш-еләк ҡушылғаны, майлы ҡымыҙ һәм башҡалар. Милли эсемлектең бында ниндәйе генә юҡ. Баймаҡ районы оҫталары ҡымыҙ бешкәндә боронғо йолаларға өҫтөнлөк бирә.
Ҡымыҙҙың сифатын махсус комиссия тикшерә. Бында уның тәме, составы иҫәпкә алына.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн Әлшәй районының алдынғы йылҡысылыҡ фермаһына экскурсия ойошторолдо. Бында оҫталар  ҡымыҙ бешеүҙә заманса технологиялар менән танышты. Шулай уҡ фермала ҡунаҡтар өсөн үҙенсәлекле осрашыу ойошторолдо.
Ғаиләһе менән Италиянан йәйге ялға ҡайтыусы Кармине Кортеджано башҡорт ҡымыҙын ярата. Йыл һайын Башҡортостанда шифалы эсемлек менән дауалана. Уның ҡатыны Гүзәл Шәйәхмәтова Әлшәй районыныҡы. Тап ул тормош иптәшендә башҡорт аҙыҡтарына һөйөү уята.
Ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында көтөүселәр бәйгеһе лә ойошторолдо. Улар сыбыртыҡы шартлатыуҙа һәм ат эйәрләүҙә ярышты. Көтөүселәр етди әҙерләнгән, үҙҙәре менән ошондай тиренән үрелгән сыбыртҡылар алған.
Бәйге ҡыҙыу барҙы. Майҙанда һәр кем үҙенең һәләтен, көсөн күрһәтергә тырышты. Сыбыртҡы ныҡ шартлаһын өсөн уны үреү серҙәре бар икән.
Былтыр ҡымыҙ бешеү конкурсында беренселекте Әлшәй районы яулаған. Йола буйынса киләһе йылға бәйге еңеүсе районда ойошторола. Быйыл иң оҫта ҡымыҙ бешеүселәр - Баймаҡ районынан. Еңеүсе өс йәшлек бейә һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика