Бөгөн Күгәрсен районында ужым культураларын урып-һуғыу эштәренә старт бирелде 14.07.2016

Ошо уңайҙан райондың Тәүәкән ауыл хужалығы ерҙәрендә "Ураҡ-2016" семинар-кәңәшмә уҙҙы.  

Исем ауылында башланып киткән семинар баҫыуҙа дауам итте, ҡунаҡтар иген комбайндарының эше менән яҡындан  танышты. Ҡоролоҡ йылдарында ужым культуралары хужалыҡтарҙы бөлгөнлөктән ҡотҡара. Шуға ла  Күгәрсен районында был төр культураларға ҙур иғтибар бүленә. Былтыр бөтәһе 13 мең гектарҙа ужым арышы һәм бойҙайы сәселһә, быйыл күрһәткесте14 меңгә еткерергә иҫәп тотабыҙ, ти ауыл эшсәндәре.

Әйтергә кәрәк, бөгөн  Күгәрсен районының ауыл хужалығы тармағы ҙур үҙгәрештәр кисерә, ваҡытында гөрләп торған "Ергән" машина-технологик станцияһы ябылыу сәбәпле, уның ерҙәре, техникаһы һәм биналары Тәүәкән ауыл хужалығы ҡарамағына күсерелә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика