Бөгөн илдә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы тамамланды 15.08.2016

Ай ярым дауам иткән сара «Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә» исеме аҫтында үтте. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, ауыл хужалығы ойошмаларынан иҫәп алыу 92, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан 85 процентҡа үтәлгән. Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙарҙың 78, ауыл биләмәләрендә йәшәүсе халыҡтың 96 проценты иҫәп алыуға йәлеп ителгән.

«Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә» исеме аҫтында быйыл кампания 1 июлдән башланып бөгөнгә тиклем дауам итте. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы табыштарҙы билдәләп, уларға өҫтәмә һалым һалыу маҡсатында түгел, ә агросәнәғәттең, ауыл тормошоноң ысынбарлығын теүәл сағылдырған статистиканы яңыртыу өсөн уҙғарылды. Ауыл хужалығын иҫәпкә алыу тип аталһа ла, ҡалаларға ла ҡағылды был кампания.
Күгәрсен районында мәҫәлән, 43 иҫәп алыу учаскаһы эшләне. Иҫәп алыусылар ҙа шулай уҡ, дүрт тиҫтәнән ашыу. Уларҙың  12-е планшет менән файҙаланды. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар бындай яуаплы  эшкә йәлеп ителер алдынан махсус әҙерлек үтте. Йорт хужалары менән уртаҡ тел табыу, яғымлы итеп әңгәмә ҡора белеү ҙә мөһим ине. Әйткәндәй, кампанияны тамамлау сиктәрендә аҙна дауамында һайланма рәүештә ҡайтанан иҫәп алыу ҙа ойошторола. Быныһы инде иҫәп алыусының эшенә баһа биреү өсөн башҡарыла.
Быйыл да шулай булмаҡсы. Иҫәп алыу кампанияһында әүҙем эш алып барған хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү ҙә ҡаралған.
Ауыл биләмәләре йәшәүсе халыҡ мөһим кампанияла әүҙемлек күрһәтте, иҫәп алыусылар ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡараны ти статистик органдары хеҙмәткәрҙәре. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре 2017 йылдың 4 кварталында, ә мәғлүмәттәрҙе йомғаҡлау 2018 йылдың аҙағында билдәле буласаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика