Бөгөн Өфө районында ер һөрөү буйынса алтынсы Рәсәй чемпионаты асылды

Бөгөн Өфө районында ер һөрөү буйынса алтынсы Рәсәй чемпионаты асылды 30.06.2017

Иртәнән үк  бында ауыл хужалығы техникаһы, малсылыҡ һәм эшкәртеүсе ҡорамалдар, башҡорт бренд продукциялары, республика ауыл хужалығы предприятиелары тауарҙары һәм халыҡ кәсептәре күргәҙмәләре эшләй.

Бынан тыш, теләге булған һәр кем «Башҡортостандың милли ихаталары», «Уңдырышлы түтәл» һәм «Йәнле ферма» күргәҙмәләре менән таныша ала. Тамашасыларҙы шулай уҡ  «Конкур» - ат спорты шоуы, трактор менән идара итеү оҫталығы буйынса ярыштар – «Трактор-шоу», техника, ауыл хужалығы культураларын сәсеүҙе күрһәтеү, шулай уҡ урта махсус уҡыу йорттары уҡыусылары араһында «Иң яҡшы тракторсы-машинист» һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе көтә.
Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән Рәсәй чемпионатында быйыл Башҡортостан данын биш кеше, шул иҫәптән өс тракторсы ҡыҙ яҡлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку