Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт йорто алдында бал йәрминкәһе уҙҙы

Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе  исемендәге мәҙәниәт йорто алдында бал йәрминкәһе уҙҙы 26.08.2017

Республика төбәктәренән килгән умартасылар һатып алыусыларға татлы ризыҡ менән бер рәттән шифалы умартасылыҡ продукциялары ла тәҡдим итте.

Миәкә районы Сурай ауылында йәшәүсе Тимершәйеховтарҙың умарталарына былтыр талпан төшөп 58 баш күсен һәләк иткән. Тәжрибәле ҡортсолар аптырап тормаған, яҙғыһын яңынан ҡорт һатып алған. 130 умартанан ярайһы уңыш алынған, балы ла, башҡа төр продукцияһы ла етерлек.  Ғаилә быйыл  икенсе тапҡыр инде Өфөгә йәрминкәгә килә.
Баш ҡаланың Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт йорто алды алдында халыҡ умарта ҡортондай гөжләй. Сөнки умартасыларға балын һатырға, ә ҡала кешеһенә иң татлыһын, сифатлыһын  табырға кәрәк. Һайларға мөмкинлек бар. Һауа шарттары ыңғай тормаһа ла, ҡорт тотоусылар  уңышҡа әллә ни зарланмай.
Андрей Попов, умартасы: «Июль аҙағында быйыл бал булмаҫ тигән фекергә килгәйнек. Июндә һыуыҡ булғас, бал ҡорттары эшләмәне. Июлдә туҡтауһыҙ ямғыр яуҙы. Шулай ҙа августа ҡоро көндәрҙә ҡорттар бал йыйҙы. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк булмаһа ла, уңыш бар».
Ҡуйы, һуҙылып торған бал һауыттарға ҡойола. Үтә шыйығы өлгөрмәгән, йә шәкәр сиробы менән буталған була. Йәрминкәгә умартасылар тик иң сифатлыһын ғына алып килергә тырыша. Сөнки конкуренция етерлек. Кәштәләрҙә йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы һәм ҡатнашы, кәрәҙлеһе..
Донъялағы  бер ҡасан да боҙолмай торған берҙән-бер ризыҡҡа хаҡ быйыл  күтәрелгән. Килограммы  дүрт йөҙҙән һигеҙ йөҙ һумға тиклем.  Балдың төрөнә ҡарап өс литрын 1500 һумдан 3 мең һумға тиклем һатып алырға була. Нуримандан килгән умартасылар солоҡ балы тәҡдим итә. Уның бер литры 2000 һум.
Владимир Малахов, умартасы: «Был солоҡ балы.  Солоҡсолоҡ ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шөғөл. Уға тиң бал юҡ. Бер ниндәй металл һәм яһалма әйберҙәр менән ҡағылмай. Солоҡ ағасынан ошо һауытҡа шунда уҡ ағыҙып һатыусыға алып киләбеҙ».
Бал тәмен белгәндәр һатыулашып тормай, хәҙер тотош химиянан торған кәнфит, башҡа татлы ризыҡ һатып алғансы, натураль бал менән туҡланыуҙың һаулыҡҡа файҙаһы тураһында билдәле. Уға хаҡтың бер аҙ күтәрелеүе лә аңлашыла. Сифатлы продукцияны кибет кәштәләренә сығарыу ҡатмарлы мәсьәлә булһа, тап ошондай йәрминкә етештереүсе өсөн дә һатып алыусы өсөн дә ҡулай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку