Бөгөн Өфөнөң бөтә сауҙа майҙандарында ла ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре эшләне

Бөгөн Өфөнөң бөтә сауҙа майҙандарында ла ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре эшләне 16.12.2017

Халыҡ фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар етештергән ит, һөт, умартасылыҡ продукцияһы һәм йәшелсә-емеш һатып алып ҡыуанды.

Мәрмәр һырҙары булған ит бәләкәй өлөштәргә сабыла. Ит сабыусының ҡулына күҙ эйәрмәй. Кушнаренко сауҙагәрҙәре  бөгөнгө баҙарҙан ҡәнәғәт.
Бөгөнгө йәрминкәгә Наилә Тимерғәзина Яңы йыл өҫтәленә ит продукцияһын һатып алыу маҡсаты менән килгән.  
Благовар районы Уҙыбаштан Ынйы Ғәниева йәйелдергән сауҙа нөктәһенән халыҡ өҙөлмәй. Ул йыл һайын шәхси хужалығында мал һимертеү менән шөғөлләнә. Ит һатыусыларҙың яҡшы даны күптән таралған. Халыҡ күпселек тауарҙы йорттарынан килеп ала. Йәрминкәгә 350 килограмм тана ите килтергәндәр. Йәрмикәгә килеүсе халыҡ  улар тәҡдим иткән продукцияны ҙур һорау менән ҡуллана.
Благовар районынан килгән Ғәниевтар киләһе аҙнала ойоштороласаҡ Яңы йыл алды йәрмикәһендә йылҡы ите менән һатыу итәсәк. Халыҡҡа фермерҙар етештергән продукцияның сифаты хаҡында босолорға түгел. Кәштәләрҙәге һәр ит  продукцияһына  ентекле ветеринар тикшереүе үткәрелгән.
Дим районында ойошторолған йәрмикәлә һатып алыусыларға тауыҡ итенең килограммы-110, сәскә һәм йүкә балдары-150 -300 һумдан тәҡдим ителде. Балды хатта тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә бирелде. Халыҡ шулай уҡ диңгеҙ балыҡтарын һәм яңы йыл өҫтәленә киптелергән көньяҡ емештәрен дә күпләп  һатып алды.
Йәрминкәләге һатыу итеүсе сауҙагәрҙәр халыҡҡа тоҙло кәбеҫтә лә тәҡдим итә. Уралдағы һалҡын ҡыштарҙа кәбеҫтә ҡулланыу иммунитетты яҡшырта, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Ә иткә өҫтөнлөк биреүселәргә шундай мәғлүмәт, үткән аҙнала Дим биҫтәһендә ойошторолған йәрмикәлә халыҡҡа 50 тоннанан ашыу ит һатылған. Киләһе аҙнала ла тап ошо майҙанда Яңы йыл ит йәрминкәләре ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку