Бөгөн Өфөлә ҡымыҙ етештереү һәм шифалы эсемлек менән республиканың дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларын тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә үтте

Бөгөн Өфөлә ҡымыҙ етештереү һәм шифалы эсемлек менән республиканың дауалау-һауыҡтырыу учреждениеларын тәьмин итеүгә арналған кәңәшмә үтте 19.04.2016

Осрашыуға ауыл хужалығы белгестәре, етештереүселәр, шифахана һәм дауахана белгестәре саҡырылды.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса төбәктә 53 мең һауым бейәһе иҫәпләнә. Йыл һайын уларҙан уртаса 600 литр самаһы һөт һауыла. Ә ҡымыҙ өс мең тоннаға яҡын етештерелә. Әммә республика хужалыҡтары алдында әҙер продукцияны һатыу менән ҡыйынлыҡтар килеп тыуа. Быға тәү сиратта ҡайһы бер намыҫһыҙ етештереүселәрҙең ғәҙелһеҙ маркетинг алып барыуы сәбәпсе. Шунлыҡтан йола буйынса әҙерләнгән милли эсемлектең дәрәжәһе түбәнәйә. Ҡымыҙҙың абруйын күтәреү өсөн был юҫыҡта етди контроль булырға тейеш тиелде кәңәшмәлә. Бер үк ваҡытта етештереүселәргә дәүләт тарафынан субсидиялар бүлеү ҙә хужалыҡтарға ҙур ярҙам булыр ине.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку