Бөгөн Өфөлә Волга буйы һәм Урал округы ауыл хужалығы етәкселәренең кәңәшмәһе уҙа

Бөгөн Өфөлә Волга буйы һәм Урал округы ауыл хужалығы етәкселәренең кәңәшмәһе уҙа 28.07.2015

Семинарҙа үҫемлекселек өлкәһендә дәүләт ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландар тикшерелә.

Кәңәшмәгә күрше өлкәләрҙән ауыл хужалығы белгестәре йыйылды. Улар Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһының эш алымдары менән танышып, тәжрибә туплаясаҡ. Шулай уҡ орлоҡтарҙы һаҡлау, ҡорттар менән көрәш ысулдары, селекция өлкәһендә үҫеш һымаҡ һорауҙар ҙа ҡарала. Кәңәшләшеп эшләгәндә ауыл хужалыҡтарын үҫтерергә мөмкин, тигән фекерҙә белгестәр.  Бөгөн Башҡортостанда 7,6 мең гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән сабылған. Тиҫтәнән ашыу район сабыуға икенсе тапҡыр төшкән. Бер йыллыҡ үлән 73 мең гектар ерҙә йыйып алынған. Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Туймазы райондарында план 13-22 процентҡа үтәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку