Бөгөн Өфөлә Спорт һарайы алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте

Бөгөн Өфөлә Спорт һарайы  алдындағы майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе үтте 02.09.2017

Ҡып-ҡыҙыл помидорҙар, кәбеҫтә, кишер  һәм һуғандар - бөтәһе лә кисә генә өҙөлгән. Ҙур магазин селтәрҙәрендәге кеүек ете диңгеҙ аръяғынан килтерелгән түгел, бөтәһе лә үҙ еребеҙҙә үҫкән.

Һәр шәмбе ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, республика фермерҙары өфөләргә сифатлы һәм натураль продукция  тәҡдим итә. Быйыл  хаҡтар бер аҙ артыуы күҙәтелә, әммә һатыулашыу мөмкинлеге бар.  
Республика умартасылары бал  да алып  килгән. Быйыл уңыш бигүк һөйөндөрөрлөк булманы,  шулай ҙа һатыуға сығарырлыҡ бар, ти йүнселдәр. Йүкә-сәскә ҡатыш балдың өс литры 2 мең һумға, йүкәнеке 2 мең ярымға тәҡдим ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку