Бөгөн Өфөлә биоашламалар етештереү һәм уларҙы ҡулланыу технологияларына арналған Бөтә Рәсәй семинары асылды

Бөгөн Өфөлә биоашламалар етештереү һәм уларҙы ҡулланыу технологияларына арналған Бөтә Рәсәй семинары асылды 13.12.2016

Осрашыуға илдең күп кенә төбәктәренән ауыл хужалығы белгестәре  саҡырылды. Улар ике көн дауамында үҫемселекте һаҡлауға йүнәлтелгән биоысулдарҙы үҫтереү мөмкинлектәрен өйрәнә.  

Яҡшы уңыш алыуҙың төп шарты - етерлек күләмдә минераль ашламалар ҡуллланыу икәнен ауыл кешеһенә аңлатып тороу кәрәкмәй. Быны улар тиҫтә йылдар буйына тупланған тәжриәбәһенә таянып эш итә. Әммә һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең ауыл хужалыҡтары биотехнологияларға күбәрәк өҫтөнлөк бирә башланы. Шуға ла биопрепараттар һәм биоашламалар етештереү күләме йыл һайын арта бара.  
Үҫемлектәр сире менән патоген микробтарға ҡаршы химия ярҙамында көрәшергә лә мөмкин. Ләкин бындай ысул продукцияның сифатында сағылмай ҡалмаясаҡ, ти белгестәр. Халыҡтың сәләмәтлеген күҙ уңында тотоп һуңғы йылдарҙа республикала экологик яҡтан таҙа продукция етештереүгә күберәк иғтибар бүленә башланы. Шуға ла ил кимәлендәге семинарҙы Өфөлә үткәрергә ҡарар ителде.  
Осрашыуға илдең өс тиҫтә төбәгенән ауыл хужалығы белгестәре  килгән. Семинарҙың ғәмәли өлөшөндә улар биоашламалар етештереү һәм уларҙы ҡулланыу технологиялары буйынса етди фекер алышты. Килгән ҡунаҡтар шулай уҡ бер нисә  биолаборатория эшмәкәрлеге менән дә танышасаҡ.  
Заманса алымдарҙы ҡулланыу ауыл хужалыҡтарына юғары уңыш алырға мөмкинлек бирә. Был йәһәттән Өфөләге «Башинком» йәмғиәте илдең агросәнәғәтенә отошло технологиялар тәҡдим итә. Бында етештерелгән препараттар менән эре предприятиелар ҙа, крәҫтиән хужалыҡтар ҙа, ябай баҡсасылар ҙа яҡшы таныш.
Баҫыуҙарҙың уңышын арттырған, ауыл хужалығы продукцияһының сифатын күтәргән Башҡортостан биопрепараттары Рәсәйҙә генә өс миллион гектар ерҙә ҡулланыла. Ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә ярҙам һорап ғалимдарға  хатта, сит илдәрҙән дә мөрәжәғәт итәләр. Семинарҙа ҡатнашыусылар лабораторияларҙы, роботлаштырылған системаны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Уның ярҙамында үҫемлектәрҙең үҫешен контролдә тоторға, яҡшы уңыш алыу өсөн ниндәй туҡланыу элементтары кәрәклеген белергә мөмкин.
Ауыл хужалығы эшсәндәренә бөгөн конкурентлыҡ шарттарында   эшләргә тура килә. Әммә был өлкәлә юғары уңышҡа өлгәшеү өсөн  тәжрибә уртаҡлашып, алдынғы технологиялар менән уртаҡлашыу мөһим, тиелде семинарҙа. Шуға ла килгән ҡунаҡтар иртәгә лә республиканың агросәнәғәт предпрителалары менән танышыуын дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика