Бөгөн берәүҙәр, ауылда эш юҡлыҡҡа зарланһа, икенселәр тормош дилбегәһен үҙ ҡулына алып, бына тигән итеп донъя көтә, үҙ эшен аса 23.06.2015

Киләһе яҙма Башҡортостан ҡыҙына өйләнеп беҙҙең төбәктә төпләнгән, үҙ шөғөлөн асҡан йүнсел хаҡында. Ике тиҫтә йылға яҡын был ғаилә йәшелсә үҫтереп һатыуға сығара.

Әбжәлил Еркулов Башҡортостанға эш эҙләп туҡһанынсы йылдарҙа килеп эләгә. Һөнәре буйынса юғары белемле агроном Сибай совхозында йәшелсәлек тармағын үҫтереүгә йәйелдереүҙә ярҙам итә. Тап ошонда ул үҙенең ғүмерлек юлдашын -Римманы осрата һәм  Иҫке Сибайҙа бөтөнләйгә  ҡала.  Йәш ғаилә шәхси хужалыҡта йәшелсәләр үҫтереү менән булыша башлай. Әбделкәримгә күсеп килеүҙәренә хәҙер етенсе йыл.
Йорт янындағы дүрт сутый майҙанды биләгән ябыҡ грунта ғаилә ҡыяр, помидор үҫтерә. Һәр төп йәшелсә тупраҡлы тоҡтарҙа үҫә. Был уңайлы ысул менән ҡыярҙар үҫтерергә ул ауылдаштарын да өйрәтә, яҡын тирәләге ауылдарҙан да кәңәш һорап киләләр. Уларҙың күптәре лә үҙ эшен асты, ти йүнсел. Баҡса үҫтереү белеме, тырышлығы булмаған хужаларҙың ҡулынан килерлек эш түгел.
Бынан тыш йүнсел ғаилә ауыл янындағы туғайлыҡта ике гектарҙа картуф, шул уҡ майҙанда кәбеҫтә, тағы яртышар гектар ерҙә кишер һәм сөгөлдөр ҙә ултыртҡан. Ултыртыуҙа, утауҙа, шулай уҡ уңыш йыйыуҙа кеше ялларға тура килә. Ҡыяр, помидорҙан алған килем башлыса, сығымдарҙы ҡаплау өсөн ултыртыла, ти ул. Хужаның төп ярҙамсыһы- ҡатыны Римма. Ерҙә эшләүҙән кинәнес таба, яратҡан шөғөлө сәскәләр үҫтереүгә лә ваҡытын йәләмәй
Эшһөйәрлеккә улар балаларын да өйрәтә. Ҡыҙҙар әсәйгә ярҙамлашһа, улы Рөстәм атаһына булыша. Ғаилә бер кемдән ярҙам көтмәй. Махсус программаларҙа ҡатнашҡандары булмай, кредит алғандары ла юҡ. Барыһы ла хәләл көс менән табыла. Тырыш, эшһөйәр, яҙмыштарын үҙ ҡулдарына алған Еркуловтар кеүек ғаиләләр күберәк булһын, башҡалар уларҙан өлгө алһын ине.
Мәрйәм Байрамғолова


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика