Бөгөн Башҡортостандың  ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте  эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй 14.11.2014

Тәбиғәт һынауҙарына ҡарамаҫтан быйыл республика аграрийҙары  бураларға   3 миллион тоннаға яҡын иген һалған,  1 миллион тоннанан ашыу һөт  һауып алған. Башҡортостан хужалыҡтарының уңышлы эшмәкәрлеге Рәсәй кимәлендә лә юғары баһалана, быйыл  яҡташтарыбыҙ «Алтын көҙ» күргәҙмәһенән 400-ләп миҙал алып ҡайтты.  Республика етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән тәбрикләп, алда ла ҙур бурыстар тороуын әйтеп үтте.

Ерҙең уңдырышлығын күтәреү буйынса фән менән бергә эшләү талап ителә. Шулай уҡ ҡоролоҡҡа  бирешмәүсе сорттар  уйлап табыу,   тоҡомсолоҡ йүнәлеше буйынса эшләү зарур. Санкциялар ауыл хужалығы етештереүселәренә яңы  офоҡтар асты, был мөмкинлектәр менән файҙаланып ҡалыу шарт.  Сусҡасылыҡ, һарыҡслыҡ,  йылҡысылыҡты үҫтереү менән бер рәттән, йәшелсә келәттәрен  арттырыу шарт. Рөстәм Хәмитов ер кешеһе етештергән аҙыҡ-түлеген һата алһын өсөн йәрминкәләрҙе  көҙ генә түгел, ҡышҡы каникулдарҙа ла үткәрергә тәҡдим итте.  Шулай уҡ техника паркын яңыртыу мөһим, сөнки әле ураҡ эштәре транспорт етмәү сәбәпле һуҙыла, уңыш тәләфләнә,тине республика етәксеһе.
Бөгөн байрам айҡанлы   аграр тармаҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән райондар,  хужалыҡтар, хеҙмәт алдынғылары  дәүләт наградалары,  Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, аҡсалата премиялар  менән бүләкләнде. Улар араһында   көндө-төнгә ялғап эшләгән һауынсы, малсы, механизатор,  кеүек ябай ер хужаларының күп булыуы ҡыуаныслы.  Мәҫәлән, Саҡмағош районынан  «Заря»  хужалығы механизаторы Рафаэль Шәймөхәмәтов «Салауат Юлаев» орденына лайыҡ булды.
Бөгөн шулай уҡ  ауыл хужалығы эшсәндәрен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Илдар Тимерғәлин да тәбрикләне. Ауыл хужалығы тармағында эшләү бер ваҡытта ла еңелдән булманы, был бик ауыр һәм яуаплы һөнәр, һеҙҙең барығыҙға ла тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, тине ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика