Бөгөн баш ҡалала сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте

Бөгөн баш ҡалала сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте 14.02.2015

Йүнселдәр Өфө халҡына ит һәм һөт ризыҡтары, картуф, йәшелсә һәм башҡа аҙыҡ-түлек тәҡдим итте.

Сауҙала бигерәк тә йылҡы, һыйыр, ҡош ите үтемле булды. Тәмле ризыҡ - балдан да баш тартыусылар булманы. Ғәҙәттә, бындай сауҙа нөктәләрендә хаҡтар баҙарҙыҡына ҡарағанда ун-ун биш процентҡа түбән, продукцияның сифаты ла һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында. Ауыл хужалығы тауарҙарына ихтыяж йылдан-йыл арта. Баш ҡала халҡы йәрминкәләргә теләп йөрөй.
Әлшәй районынан Руслан Нәжмиев йәрминкәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша. Ул баш ҡала халҡын һыйыр ите менән тәьмин итә. Яңы йылдан һуң хаҡтар бер аҙ күтәрелһә лә, һатып алыусылар етерлек, ти ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку