Бөгөн Бөтә Рәсәй буйынса ауыл хужалығын иҫәпкә алыу башланды

Бөгөн Бөтә Рәсәй буйынса ауыл хужалығын иҫәпкә алыу башланды 01.07.2016

Тәүге кампания бынан йөҙ йыл элек үткәрелгән. Быйылғыһы туғыҙынсыһы һәм ул 15 августҡа тиклем дауам итә. "Aуыл тәртиптә - ил ниғмәттә" девизы менән ойошторолған сара ауыл хужалығы өлкәһендәге мөмкинлектәрҙе асыҡлауҙы бурыс итеп ҡуя.

Зөлфиә Фәйзуллинаның йортонда иҫәпкә алыусыларҙы һәр ваҡыт яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Быйылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыусылар башына козыреклы фуражка, өҫтөнә махсус логотиплы жилет, ҡулына планшет тотҡан. Ихатаға килеп инеү менән  танытмаһын һәм паспортын күрһәтә. Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыусылар бындай яуаплы  эшкә  йәлеп ителер алдынан махсус рәүештә әҙерлек үткән. Йорт хужалары менән уртаҡ тел табыу, яғымлы итеп әңгәмә ҡора белеү ҙә мөһим.
Ер биләмәһенең майҙаны, йортта йәшәүселәр, эшкә яраҡлы кешеләр, нимә үҫтереү, мал-тыуар хаҡында һәр мәғлүмәт планшетҡа теркәлә.
Зөлфиә Фәйзуллинаның хужалығы Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан. 13 сутый ерҙә йәшелсәһе лә, емеш-еләге лә бар. Еләк-емеште һәм йәшелсәләрҙе хужалар һатыуға сығарыу өсөн түгел, ә үҙҙәре туҡланыр өсөн үҫтерә. Бынан ун йылдар самаһы элек улар күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫраған. Әлеге ваҡытта бесәнлектәр мул булһа ла, олоғайыу сәбәпле, күпләп мал ҡарарлыҡ дәрттәре юҡ икән.
Ауыл хужалығын иҫәпкә алыусы Лилиә Ғәниева иғтибарынан бер генә йорт та ситтә ҡалмаясаҡ. Теләһә-ниндәй үткенселәрҙән, алыпһатарҙарҙан биҙрәп йорттарына бикләнеп ултырыусылар ҙа етәрлек. Әммә халыҡ махсус кейемдәге ҡыҙға йортҡа инеп әңгәмә ҡорорға ҡаршы түгел.
Венера Бикташеваның хужалығы ҡасандыр гөрләп торған, күпләп
эре мал, ҡош-ҡорт аҫрағандар. Хәҙерге ваҡытта ваҡ мал, кәзә тоталар. Халыҡ та мал-тыуар тоторға ашҡынып тормай. Бесән хәстәрләүҙең ҡиммәткә төшөүенә һылтана.
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу ил күләмендәге мөһим сара. Уның һөҙөмтәләренән сығып, халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек һәм йәшелсә-емештәр менән тәьмин ителеү күләме, ауыл хужалығын ниндәй юҫыҡта үҫтереү һәм алға ебәреү мәсьәләләре лә хәл ителәсәк. Ауыл биләмәләрендә йәшәүсе халыҡ был эштә әүҙемлек күрһәтеп, иҫәпкә алыусылар эшенә яуаплы ҡараһын ине. Бөтә Рәсәй  ауыл хужалығын иҫәпкә алыу  кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре 2017 йылдың 4 кварталына, ә мәғлүмәттәрҙе  йомғаҡлау 2018 йылдың аҙағында билдәле буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку