Ҡаймаҡтан аҡса

Ҡаймаҡтан аҡса 17.02.2016

Хәйбулла районы Маҡан ауылында йәшәүсе Дәминевтар ғаиләһе ферма хужалығын асып, тотош ауыл халҡын һөт, ит менән тәьмин итә. Бынан тыш, йүнселдәр дәүләт ярҙамы алырға ниәтләй. Грант аҡсаһына мал-тыуарҙы арттырырға, майҙандарҙы киңәйтергә мөмкин буласаҡ.

Һауынсы Тамара Губская эше күплегенә зарланмай. Мал тәрбиә, иғтибар ярата. «Һәүкәштәремдең холҡон ятлап бөттөм, һыйырҙар саф һауала йөрөргә, таҙалыҡты ярата»,-ти ул.
Тамара Губская, һауынсы: «Анау һыйырға, мәҫәлән, бер кем дә яҡын килә алмай. Тибә. Көскә тынысландырам. Малдар яғымлы итеп өндәшкәнде үҙ итә. Бәләкәстәрем тип кенә йөрөтәм».
Маҡан ауылындағы крәҫтиән-ферма хужалығында илле башҡа яҡын һыйыр, тана иҫәпләнә. Үрсеү күрһәткестәре лә яҡшы. Быҙауҙар өсөн махсус йылы урындар бүленгән. Бынан тыш, урындағы коллектив юғары маҡсаттар ҡуйып эшләй. Маҡсаттары мал һанын арттырыу өсөн грант алыу.
Ауылда йәшәүселәр бында эшкә урынлашырға атлығып тора. Ни тиһәң дә, хеҙмәт хаҡы лайыҡлы түләнә. Быға өҫтәп, крәҫтиән-фермер хужалығы эргәһендә ҡаймаҡ продукцияһын етештереү буйынса махсус цех та уңышлы эшләп килә.
Данил Дәминев, һөтсөлөк фермаһы етәксеһе: «Һәр ойошмала хеҙмәткәрҙәр араһында ярыш булырға тейеш, минеңсә. Унһыҙ үҫеш булмай. Эш хаҡын тотҡарлаған юҡ, байрамдарға бүләктәр бирәбеҙ. Ә инде йәш фермерҙарға шуны әйтер инем. тырышһындар, дәүләт ярҙамына ғына өмөтлөнеп ятырға ярамай».
Дәминевтар тауар әйләнешен дә үҙҙәре алып бара. Бер ай элек ауылда магазин асҡандар, унда башлыса һөт, ит һатыла. Урындағы халыҡ бында тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлектең сифаты, хаҡы менән ҡәнәғәт. Бигерәк тә ҡаймаҡ менән икмәк яҡшы үтә.
«Иҡтисади тотороҡһоҙлоҡта ҡул ҡаушырып ултырыу урынһыҙ, яңы мөмкинлектәр, килем алыу ысулдарын барлау мөһим»,- ти Дәминевтар. Һөтсөлөк фермаһының иһә киләсәге өмөтлө, эшсе ҡулдар етә, ауылдағы халыҡ та етештерелгән продукцияны яратып һатып ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку