Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй

Ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре гөрләй 06.12.2014

Миҙгелдең иң сағыу байрамы Туймазы районының Япрыҡ ауылында ла үтте.

Туймазы районының Япрыҡ ауылында йәшәүселәр ихата һайын тиерлек ҡаҙ аҫрай. Сәкинә Низамова менән Ғәли Шакировтар ҙа ҡош-ҡортто күпләп үрсетергә күнеккән. Элегерәк тоҡом ҡаҙҙарын йыл һайын алып ҡалһалар, хәҙер улар еңел ысулға күскән. Ғаилә инкубатор себештәрен алып көтә. Быйыл улар дүрт тиҫтәгә яҡын ҡаҙ тотҡан.
Берәүҙәр ҡаҙ  йолҡҡан арала, икенселәр күңел асты. Йыр-бейеү, уйын-көлкө  өмәнең төп биҙәге булды... Күмәкләгән эш тиҙ арала тамамланды. Йола буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙҙарҙы йылғаға алып барып сайҙы, юл буйына ҡаурыйҙарҙы һибеү ҙә байрамдың бер өлөшө һанала. Был ырым буйынса киләһе йыл  ҡаҙҙарҙың уңыуына ишаралай.
Туғандар, күрше-күлән менән бергәләп үткәргән өмә тәмле табын менән тамамланды. Байрам хөрмәтенә әҙерләнгән ризыҡтар ҙа уғата татлы ине.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку