Ауыл уртаһында сусҡа ҡураһы

Ауыл уртаһында сусҡа ҡураһы 31.07.2017

Бишбүләк районы Кесе Мәнәүез ауылында йәшәүселәр урындағы эшҡыуарҙарҙың санитар нормаларға күҙ йомоп ҡарауы тынғылыҡ бирмәй. Халыҡ   бер йыл дауамында төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итә. Ауылда өс эшҡыуар малсылыҡ менән шөғөлләнә, улар яңы ферма төҙөлөшө башлаған. Әммә халыҡ риза түгел.

Ауыл халҡы  тиҙҙән төҙөлөп бөтәсәк сиркәү янына йыйылған. Билдәле яҙыусы  Филипп Эрлик Вакулов урамында йыйылған ауылдаштар бер төптән ситтән килеп ауылда ер алған эшҡыуарҙарға ҡаршы сыға.Ветеринар булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан  Гөлбаныу Данилова ла ауыл уртаһында сусҡа һимертеү башҡа һыймаҫлыҡ күренеш тиАуыл уртаһындағы мал фермаһын санитар талаптарҙан сығып ситкә күсергәндәр. Әммә бер йыл элек был фермала яңынан сусҡа һәм башҡа мал тота башлағандар. Күрше йорттарҙа йәшәүселәр ауыр еҫкә зарлана. Мал мәйетен  хужалар бөтөнләй  ерләнмәй,- тип билдәләй улар.
Валентина Саливанова, хаҡлы ялдағы  ветеринар: «Ферма йылғаға бик яҡын урынлашҡан. Үлгән мадар мал зыяратына ла илтеп күмелмәй.Яҙ етһә улар яман еҫ тарата. Беҙ мал тотмаһындар тип әйтмәйбеҙ. Тик тәртип булһын».
Владимир Саливанов, Кесе Мәнәүез ауылында йәшәүсе: «Был ферма совет осоронда төҙөлгән. Быйыл етмәһә сусҡа килтерҙеләр. Сыҫап торғоһоҙ еҫ. Һарыҡтары ла бар. Минең кәртә булмағанда улар бөтөн үҫентеләрҙе ашап китте».
Ауыл эргәһендә хозур тәбиғәт. Бында дәүләт заказнигы бар ,тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейы йәмәғәт башланғысында эшләй. Дөйөм көс менән ауылда сиркәү төҙөлөшө әүҙем бара. Прибалтиканан, Израилдән ,Мәскәүҙән килергә теләүсе туристарҙы йәлеп итеүгә торлаҡ йорттарға терәлеп торған мал фермалары ҡаршылыҡ тыуҙыра.
Мария Николаева, Филипп Эрлик-Вуколов исемендәге этнография йәмәғәт музейы директоры: «Ауылда йорт аша күпләп мал тоталар. Беҙгә килгән эшҡыуарҙар маллсылыҡ менән шөғөлләнмәһен тимәйбеҙ. Тик улар мал һарайҙарын ауылдан ситтә төҙөһөн.Ауыл башында  мал комплексы эшләп торғанда нисек итеп туристарҙы ылыҡтырырбыҙ икән».
Ауыл халҡы аграр секторҙың үҫешенә ҡаршы түгел. Әммә ул санитар талаптарға тура килергә тейеш. Беҙгә буласаҡ ферма төҙөлгән урынын күрергә тура килде. Ошо ваҡытта уның хужаһы ла килеп етте.
Бәләбәй эшҡыуары Рөстәм Джумаев -бында бер ниндәй ҙә сусҡа фермаһы булмаясаҡ тип ышандыра. 32 сутый ерҙе шәхси хужалыҡ өсөн һатып алған. Эшҡыуар йәйгеһен бында ғаиләһе менән килеп, хужалыҡ алып барырға ниәтләй. Әммә ут күршеһе һәм ауылдаштары араһында аңлашылмаусанлыҡ бер-нисә айҙан артыҡ дауам итә.
Рөстәм Джумаев, ер хужаһы: «Мин бында йорт һалырға йыйынам. Һарай ҙа ҡорасаҡмын. Үҙемдең хужалыҡ буласаҡ. Ауылда мал ҡарамай донъя көтөп булмай».
Был ерҙә төҙөлөш башланғандан алып ерле халыҡ менән эшҡыуар араһында бәхәс тынырға уйламай. Берәүҙәр бында сусҡа фермаһы буласаҡ тип хафалана. Ә документтар шәхси хужалыҡ төҙөлөшө тип рәсмиләштерелгән.
Мәсьәлә төҙөлөш тамамланғас  моғайын тулыһынса асыҡланыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку