Ауыл уңғандарының байрамы ла йәмле

Ауыл уңғандарының байрамы ла йәмле 04.06.2016

Бөгөн Өфө районының Николаевка ауылы янында һабантуй үтте. Миллионлы халыҡлы баш ҡаланы туйындырыусы хужалыҡтар бер майҙанға йыйылып, яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаны.

Өфө районында тырыш, уңған халыҡ йәшәй. Бөгөн дә төбәктең алдынғы хужалыҡтары етәкселәре, хеҙмәтсәндәре менән бер сафта йөҙҙәрсә кеше - мәктәп уҡыусылары, спортсылар, үҙешмәкәр коллективтар ғорур атланы. Һабантуй, ысынлап та, бар милләттәрҙе берләштереүсе байрамға әйләнде. Яҙғы сәсеү тамам - алға юғары маҡсаттар ҡуйылған. Шулай ҙа уларҙы тормошҡа ашырыр алдынан, үҙ бурысын лайыҡлы башҡарған эшселәрҙе лә бүләкләр кәрәк. Артабан сәхнәгә бер-бер артлы  механизатор, тракторсы, агроном һәм башҡа маҡтаулы һөнәр эйәләре сыҡты. Күптәр быйылғы һауа торошоноң ҡулай булыуына ҡыуанысын йәшермәне.
Бүләкләү тантанаһынан һуң, халыҡ уйын майҙансыҡтарына, тирмәләр янына ашыҡты. Бында йыр-моң, уйын-көлкө бер минутҡа ла тынманы.
«Ҡармасан» совхозы яҙғы баҫыу эштәрен тамамлау буйынса тәүге урында килә. Һабантуйҙа ла ауыл уңғандары һыр бирмәне. «Иң яҡшы тирмә» конкурсында еңеп сыҡтылар. был бәләкәй генә майҙанда улар башҡорт халҡының шөғөлдәрен күрһәтергә тырышҡан. Балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ һәм, әлбиттә, ер эшен. Әйткәндәй, тиҙҙән ауыл халҡы өсөн иң ҡыҙыу мәл яҡынлаша - бесәнгә сығырға кәрәк.
Өфө районы хужалыҡтары һәр ваҡыт үҫеш юлында. Йылҡысылыҡ, малсылыҡ, үҫемселек менән шөғөлләнеүҙән тыш, ҡошсолоҡто үҙ итеүселәр ҙә бар. Һабантуй ҡунаҡтары яңы тоҡомло ҡош-ҡорт менән дә танышты. Бигерәк тә балалар өсөн был мауыҡтырғыс күренеш булды.
Байрамдың йәме, әлбиттә, ат сабышында. Был тамашаны халыҡ тын да алмай күҙәтте. Һәр кем үҙенең ауылынан килгән юртаҡтарҙы ҡеүәтләне. Зариф Мөсәкәев та күптән һыбай  йөрөй, ат ярата. Йылҡы малы менән уртаҡ тел тапмаһаҡ, еңеүгә өлгәшеп булмай, - ти.
Ат сабышынан һуң халыҡ көрәш майҙанына ағылды. Бында Өфө районы батырҙары үҙ-ара көс һынашты. Ойоштороусылар йылдан-йыл был милли спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар артыуын билдәләне.
Балалар ҙа тоҡ менән һуғышып таһыллығын һынаны, бүрәнәгә менергә лә бер ҙә ҡурҡманылар. «Каникул күңелле башланды», ти улар. Бында уйнап хәл бөтмәй, киреһенсә, көс-дәрт туплап ҡайтаһың.
Һабантуй байрамында тағы ла тиҫтәләгән конкурс, ярыштар үткәрелде. Берәүҙәр шашка-шахмат уйнаһа, икенселәр футбол, волейбол уйнап кинәнде.  
Һабантуйҙа бағанаға үрмәләп, һарыҡлы булған был егеттең уңышына ла халыҡ ихлас шатланды. Ысынлап та, был байрам нисә тапҡыр ғына ойошторолмаһын, үҙенең бәҫен төшөрмәй. Киреһенсә, башҡа милләттәрҙең ҡыҙыҡһыныуын да арттыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика