Ауыл тырыштарҙы һәм егәрлеләрҙе генә үҙ итә

Ауыл  тырыштарҙы һәм егәрлеләрҙе генә  үҙ итә 29.01.2016

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе Фәниә менән Фәрғәт Солтангәрәевтар тап шундайҙарҙан. Уңған ғаилә  үҙ йүнен үҙе табып, тырышып донъя көтә.

Ябай ауыл кешеһенең көнө  иртүк ҡуралағы мал-тыуарын  тәрбиәләүҙән башлана. Ауыл ерендә ҡарап торғаның - мал икәне барыбыҙға ла яҡшы таныш. Фәрғәт Солтангәрәевтарҙың да  кәртәһендә мал ишле. Йыл яҡшы килеү сәбәпле, бесәнде лә  мул ғына эшләгән улар. Малдарға ваҡытында һыу эсереп, бесән һалып, аҫтарын таҙа тотоуҙы төп бурыс тип, һанай Фәрғәт Солтангәрәев. Бындай кешеләрҙе ғәҙәттә «мал йәнле» тиҙәр. Һыйырҙың  һөтө телендә икәнен дә яҡшы белә хужа. Шуға күрә, эше ауыр булһа ла, унан килгән табыштың файҙаһы ҙур.
Ғаилә башлығы  малдар араһында сыуалһа, хужабикә   йорт эштәре менән мәшғүл. Өй тултырып гөл-сәскәләр үҫтерә, балаларын тәмле аштары менән һыйлай, йылы бейәләй -ойоҡбаштар  бәйләй. Фәниә  Солтангәрәева  ла  хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй. Әммә алған  эш хаҡы ғына ишле ғаиләне аҫырарға етмәй, 20 йылдан ашыу хужабикә баҙарға барып үҙҙәре етештергән продукцияны ҡул аҡсаға  әйләндерә. Әйтергә кәрәк, был төбәктә һәр хужабикә шулай итә.
Хәҙерге  заманда  алма бешеп ауыҙға төшкәнен  көтөп ятыу  файҙаһыҙ икәнен яҡшы аңлай  ауыл халҡы. Улар донъялағы үҙгәрештәргә лә, көрсөккә лә тыныс ҡарай. Кәртәһендә  ишле малы, тиҫтәләгән ҡош-ҡорто булған ауыл  кешеһенең иртәгәһе көнгә ышанысы, өмөтө лә шул үҙ тырышлығына бәйләнгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку