Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә

Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә 30.07.2016

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы Ейәнсура районында 70 процентҡа теүәлләнгән. Әле лә төбәктә эш дауам итә. Көн дә иҫәп алыусы тиҫтәләрсә йорт хужалығын урап сыға

Ейәнсура районы үҙәгендә йәшәүсе Ваһаповтар һәр килгән кешене ҡуш-ҡуллап ҡаршы алырға өйрәнгән. Сәй менән һыйламайынса сығармай хужалар. Бөгөн ғаиләнең төп ҡунағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыусы. Нурия ханым һәр һорауға ентекле яуап биреп кенә ҡалманы, ихатаһындағы бар байлығын да күрһәтеп сыҡты.
Ә был иһә Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһында ҡатнашыусыларҙың Ейәнсура районындағы штабы. Иҫәп алыусы һәм уның инструкторының көндәлек эше отчет биреүҙән башлана. Иҫәпһеҙ һандар менән тулы ҡағыҙ өҫтөнән ҡағыҙ. Иң мөһиме хаталанмаҫҡа. Сөнки был кампанияла һәр һан мөһим. Ейәнсура районында ғөмүмән, тәжрибәле иҫәп алыусылар эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы тиерлек Рәсәйҙә уҙған икешәр-өсәр мөһим сарала ҡатнашҡан. Араларында эшен лайыҡлы башҡарып миҙаллы булыусылар ҙа бар. Шуғалыр ҙа иҫәп алыу кампанияһы төбәктә тамамланыу алдында тиһәң дә була.
Статистика компанияһы һөҙөмтәләре яҡынса бер йылдан һуң иғлан ителәсәк. Ундағы мәғлүмәттәр иһә ныҡылы йоҙаҡҡа бикләнә. Кешенең шәхси милке тураһында статистика органдарына ғына белдереләсәк. Иҫәп алыу тик дөйөм һығымта яһау, илдең макроиҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләү өсөн генә мөһим ти дәүләт статистика органдары хеҙмәткәрҙәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика