Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә

Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә 26.01.2016

Быйыл Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһы ошо девиз аҫтында үтә. Сара  1 июлдән 15 авгусҡа тиклем дауам итә.

Иҫәпкә алынасаҡ  объекттар күләме буйынса  республика Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Ер хужалары һәм арендаторҙар - барлығы миллионлаған объекттың исемлеге төҙөлгән дә инде. Ойошмалар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҙҙәре хаҡында мәғлүмәтте үҙаллы әҙерләп электрон форматта тапшырһа, ауыл ерендә иҫәп алыусылар эшләй. Улар баҡса ерҙәрен дә иҫәпкә аласаҡ. Һәр объектта иҫәп алыусылар ауыл хужалығы тауарҙары етештереү һәм мал аҫырау өсөн биләгән  ер майҙаны, уның нисек файҙаланыуы, мал башы һәм техникаға ҡағылышлы һорауҙар бирәсәк. Ошо рәүешле ауыл хужалығы ерҙәре менән ғәмәлдә ҡулланыусылар асыҡлана. Тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу кампанияһы 2006 йылда уҙғарылғайны. Белгестәр фекеренсә, иҫәп алыу һөҙөмтәләренең илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү торошона йоғонтоһо ҙур. Әлеге ваҡытта яуаплы кампанияла иҫәп алыусы булып эшләргә теләүселәр Башҡортостанстат ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала. Уларға махсус кейемдәр һәм танытма биреләсәк.  
Нурия Хафизова, Башҡортостанстаттың бүлек етәксеһе:  «Иҫәп алыу ауыл хужалығы тармағының мөмкинлектәрен асыҡлау өсөн уҙғарыла. Уның нигеҙендә киләсәктә тармаҡ үҫешен билдәләүсе ҡануни документтар ҡабул ителәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика