Ауыл тәртиптә - ил ниғмәттә!

Ауыл  тәртиптә - ил ниғмәттә! 09.08.2016

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу кампанияһының төп девизын Хәйбулла районында ла аңлап эш итәләр. Кампания барышында иҫәп алыусылар райондың  туғыҙ меңләп объектын үтергә тейеш.

Бөгөн районда бөтәһе 26 иҫәп алыусы эшләй. Улар көндөң һәр минутын файҙалы үткәрергә тырыша. Иҫәп алыу барышында  крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтарға ла берҙәй ҙур иғтибар бүленә. Хужалар  башлыса иҫәп алыусылар менән ихлас аралаша, уларҙың һорауҙарына тулы яуап бирергә тырыша. Күпләп картуф, ҡыяр, еләк-емеш үҫтереүсе ауыл уңғандарының иҫәп алыу кампанияһына өмөтө ҙур. Күптәр, уның һөҙөмтәләре киләсәктә ауыл хужалығы тармағын артабан үҫтереүгә булышлыҡ итер, тигән фекерҙә.    
Фаил Иҫәньюлов, ғаилә башлығы: «Иҫәп алыусыны күптән көтә инек. Рәсәй өсөн был бик кәрәк сара. Халыҡ өсөн дә, Хөкүмәткә лә ауыл хужалығы иҫәбен алыу үҙ һөҙөмтәләрен бирәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку