Ауыл хужалығының донъялағы иң алдынғы технологиялары Башҡортостанда һынау үтә 16.05.2017

Был көндәрҙә Ғафури районының «Сатурн» крәҫтиән-фермер хужалығында Франциянан һәм Германиянан килтерелгән заманса шәкәр сөгөлдөрө сәскестәре ҡулланыла. Уның һуңғыһы әлегә тиклем Рәсәйҙең бер төбәк баҫыуын да иңләп өлгөрмәгән. Әммә бөгөндән үк билдәле булыуынса, Гримме агрегаты йыл һайын хужалыҡҡа ярты миллион һумға яҡын аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итәсәк.

Шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙә ҡатнашыусы Айрат Рәхмәтуллин ауыл хужалығы технологияларының алға китеүенә һоҡланыуын йәшермәй. Быйыл ғына ул эшләгән «Сатурн» крәҫтиән-фермер хужалығына Германиянан заманса сәскес ҡайтарылған. Джон дир
тракторына тағылған агрегат ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен күпкә еңеләйткуән. Шулай уҡ сығымдарҙы экономиялау йәһәтенән дә бындай техниканы башҡа сәскестәр менән сағыштырыу мөмкин түгел.  
Яңы аппарат сәселгән урындан икенсе ергә күскән ваҡытта автоматик рәүештә эшмәкәрлеген туҡтата. Был үҙ сиратында орлоҡто һәм яғыулыҡты артыҡ сарыф итмәү, иң мөһиме, яҡшы шытым алыу мөмкинлеге бирә. Ә инде юғары күрһәткестәргә борттағы компьютер ярҙамында өлгәшелә. Әлбиттә, донъялағы иң алдынғы технологияны республика баҫыуҙарына көйләү өсөн хужалыҡҡа Германиянан белгестәр ҙә килеп ҡайтҡан. Бер нисә көн эсендә улар механизаторҙарҙы техника менән эш итеү серҙәренә төшөндөргән.  
Әлегә тиклем Рәсәйҙең бер төбәгендә лә күренмәгән сәскестең хаҡы беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә өс миллион һум тора. Хужалыҡ етәкселеге уны республика баҫыуҙарында һынап ҡарау өсөн генә алған булған. Шулай ҙа аппарат бағланған өмөттәрҙе артығы  менән аҡлаған. Тимәк, Германия сәскесенең Ғафури районында ҡаласағы бер кемдә лә шик тыуҙырмай.
Яҡшы уңыш алыу өсөн «Сатурн» крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселеге сит илдән юғары сифатлы ҡиммәтле орлоҡтар һатып алырға тырыша. Былтыр улар гектарынан 700 центр самаһы шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алған. Был дөйөм республика күрһәткестәренән яҡынса дүрт тапҡырға күберәк. Ауыл эшсәндәре быйыл да уңыштың элеккеһенән кәм булмаҫына ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика