Ауыл хужалығында конкурентлыҡ көсәйә

Ауыл хужалығында конкурентлыҡ көсәйә 04.05.2017

Был яҡшы күренеш һәм ул тармаҡты үҫтереү өсөн ҙур этәргес булып торасаҡ, тине ведомство етәксеһе Илшат Фәйзрахманов.  Хәҙерге шарттарҙа өҫтәмә саралар күрмәй тороп мул ашлыҡ өмөт итеү урынһыҙ. Конкурентлыҡ көсәйеүенең  сәбәптәре төрлө. Көнбайыш санкцияларынан алып һауа торошона  тиклем.  Хужалыҡтар был шарттарҙа нисек эш итә?

27 мең гектар ер, 4 мең баш мал бер кеҫәлә. Евгений Пожидаев «Артемида» хужалығы менән телефондан ғына идара итә. Хатта малдарҙы ла бында компьютер ашата. Аҙыҡтың артып ҡалған, етмәгән осраҡтары юҡ. Яңы технологипялар аҡланмаған сығымдарҙан азат иткән.
Евгений Пожидаев, «Артемида» хужалығы етәксеһе: «Быға тиклем күпме аҙыҡ бирелгәнен, артып ҡалғанын хеҙмәткәрҙәр ҡағыҙға яҙып аҙаплана ине. Хәҙер был эш менән компьютер идара итә. Малдың күпме ашағыны, рацион тураһындағы мәғлүмәт блютус аша ғына баш белгескә, бухгалтерияға ебәрелеп тора. Был технологиялар беҙгә эште һөҙөмтәләштереү мөмкинлеге бирә».  
Ауырғазы районының «Урожай» хужалығы үҙ атамаһын аҡлар өсөн ашлыҡты йыл да мул йыйырға тырыша. Уңыштың бер ниндәй ҙә сере юҡ, ти аграрийҙар. Хужалыҡта ерҙе мөмкин тиклем һөҙөмтәле файҙаланыу, көнәркәшлек  шарттарында юғалып ҡалмаҫ өсөн ҡеүәтле техникаға өҫтөнлөк бирәләр. Быйыл да «Урожайҙар» ҡеүәтле сәсеү ҡоролмаһы һатып алғандар.  Франциянан килтерелгән агрегат бер юлы бер нисә эште башҡара, ти агрономдар.
Стәрлетамаҡ районындағы «Рощинский» хужалығы иһә яңы эш алымдары ҡулланып етештереү ҡеүәтен арттыра. Майҙандарҙың йөҙ проценты ноу- тилл технологияһы менән сәселә. Был алым өсөн яҡшы һауа шарттары мотлаҡ түгел. Тракторҙар һөрөлмәгән ерҙән ямғыр аҫтында ла йөрөй ала. Сит ил техникаһы хатта сәсеүҙе лә , идара итеүҙе лә үҙ өҫтөнә ала.
Дөрөҫ, ерҙе һөрмәйенсә сәсеү өсөн дә ҡиммәтле техника талап ителә, ләкин сығымдар  үҙен тиҙ арала аҡлай. Шулай ҙа ноу-тилл технологияһын һәр хужалыҡта ла ҡулланыу  мөмкин түгел. Был алым сәсеүлектәре күп булған хужалыҡтарға ғына отошло.
Мәләүездең «Салауаты» конкурентлыҡ шарттарын яңы культуралар үҙләштереп көсәйтмәксе. Быйыл яландарҙа Люпин үҫтереү күҙаллана. Ҡуҙаҡлылар культураһын арттырып хужалыҡта малсылыҡты йәнләндереү күҙаллана.
Конкурентлыҡ шарттарында эшләүгә ауыл хужалығы министрлығының сәйәсәте лә сәбәпсе. Илшат Фәйзрахманов әйтеүенсә, быйылдан алып  дәүләт ярҙамын тик уңышлы эшләгән, яңы эш алымдары ҡулланған һәм етештереү күләмдәрен арттырған хужалыҡтар ғына аласаҡ.
Ауыл хужалығын инвестициялаусыларҙың артыуы яғыулыҡ энергетика комплексының, башҡа етештереү өлкәләренең күптән инде хужалы булыуына ла бәйле. Аҡсаны әйләнешкә индереү өсөн ер эше генә ҡала. Көнбайыштың санкциялары ла ауыл хужалығы тауарҙарына ихьтыяжды көсәйтте генә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку